+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
5 Февраль 2022, 12:00

Мәҫәлдәр

Сәйнәнмәгеҙ Кеше йоҡоға сумғас, Аяҡ менән Ҡул һөйләшеп ята икән.– Бик тырышып эшләйем. Хужам ҡайҙа теләй, шунда алып барам. Ҡушҡан һәр кешенең артына кирза итек менән тибеп кенә торам. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ҡәҙеремде белмәй. Гел койканың осона һала, – тип зарланған Аяҡ.

Мәҫәлдәр
Мәҫәлдәр

– Мин дә уға яҡшы хеҙмәт итәм. Ялған документтарға ҡул ҡуйып, бик күп аҡсаны кеҫәһенә һалам. Кешеләргә эшләргә ҡушып, йоҙроғомдо төйнәйем. Тегеләй-былай һелтәнеп күрһәтмәләр бирәм. Үҙем өсөн ҡаҡҡылап, һуҡҡылап мендәрҙе йомшартам. Юҡ, уның бойороғона буйһоноп, Баш аҫтына алып барам да һалам, – тип Ҡул да ҡайғы-хәсрәтен һөйләп алған.
Уларҙың һөйләшкәнен Баш тыңлап ятҡан да:
– Сәйнәнеп ятмағыҙ, бер ваҡытта ла минән юғары була алмайһығыҙ, – тип, ғырылдап йоҡлап киткән.

Ҡуян – түрә

Коридорҙан китеп барған Арыҫланға Ҡуян осрап, уның артына тибеп киткән.
Хайуандар донъяһында бер ваҡытта ла булмаған был хәлде Арыҫлан Айыуға һөйләп биргәс:
– Ҡуянды беҙҙең түрә итеп тәғәйен­ләнеләр бит, – тигән Айыу.

Иҫәр булғанбыҙ

Бейеүсе Аҡҡош менән Үгеҙ осрашҡас, йәшлектәрен, уҙған йылдарҙы хәтерләп ултырҙы.
– Аҡҡош һеңлем, элек беҙҙең бейеү ансамблдәренең сит илгә барған­дарын, лауреат исеме алып ҡайтҡан­дарын гәзиттәрҙә данлап яҙҙылар. Ни эшләп хәҙер ансамблдәр сит илдәргә бармай? – тип һораны Үгеҙ.
– Үгеҙ ағай, беҙ хәҙер аҡылға ултырҙыҡ.
– Нисек?
– СССР осоронда сит илдәрҙә яһаған сығыштарыбыҙ өсөн түләнгән долларҙы дәүләт үҙенә алып торҙо. Ә беҙ, меҫкендәргә, маҡтау. Демократия башланғас та әле, ҡыр ҡаҙҙары, турғайҙар, сыйырсыҡтар ансамблдәре ныҡышып-ныҡышып сит илдәргә йөрөнө. Әммә ашау ҙа, транспорт та, ҡунаҡхана ла беҙҙең иҫәптән булды. Ә конкурс уҙғарған сит ил капиталисының табышына һалым һалынмай, уға бик ҙур файҙа килтерә. Йәғни беҙ, сит ил байын байытып, төп башыбыҙға ултырғанбыҙ.
– Тимәк, иҫәр булғанбыҙ.
– Шулай, – тип ризалашты Аҡҡош.

“Сүп-сар” ордены

Хайуандар, ҡош-ҡорттар комиссияһы тәбиғәтте, таҙалыҡты һаҡлай белмәгән­дәр конкурсында “Сүп-сар” ордены менән кемде бүләкләү тураһында бәхәсләшеп ултыра икән.
– Иптәштәр, беҙҙең арала иң бысрағы Сусҡа, орденды уға бирәйек, – тине Ҡарлуғас.
– Күп хайуандар батҡаҡҡа ятып, ҡан эскес бөжәктәрҙән һаҡлана – был тәбиғи. Беҙ йәшәгән оялар бик таҙа, Ә кешеләр сүп-сарҙы, тәмәке төпсөгөн, ҡағыҙҙы, буш шешәләрҙе балкондан, тәҙрәнән ташлай. “Сүп-сар” орденын кешеләргә бирәйек, – тине Сусҡа.

Табип бесәй

Бесәй табип итеп тәғәйенләнгәс, Ашҡаҙан уға консультацияға килде.
– Ни булды? – тип һораны Бесәй.
– Бына ошо ит консерваһынан бешерелгән ашты ашағайным, сирләнем дә киттем, – тигән Ашҡаҙан, өҫтәлгә алған аҙығын ҡуйып.
Бесәй итте еҫкәп ҡараған да:
– Был консервалар ашарлыҡ түгел, башҡаса алмағыҙ, – тигән.
Табиптың даны халыҡ араһында таралғас, уға колбаса тотоп килә башлағандар. Бесәй уларҙың бик күп сорттарын кешеләргә ашамаҫҡа кәңәш биргән.

Юнир САЛАУАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: