+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
6 Февраль 2022, 15:05

Үгеҙ һорағас...

Иртә менән Әхмәҙулла, һыйырҙарына бесән төшөрөп инде лә, түрбашта Мөслимәһе әҙерләгән сәйгә ултырҙы. Эсеп ултыралар, урыҡ-һурыҡ бала- сағаларын һөйләп алған булалар. Һағыналар шул.Бер мәл, ҡайҙандыр, “мъө-ө-ө” тигән тауыш ишетелде. Алыҫтан ғына һыйыр мөңрәгән кеүек.

Үгеҙ һорағас...
Үгеҙ һорағас...

— Атаҡ! Бавай, һыйырҙы асырға оноттоң мәллә?
— Ике бөртөк һыйырҙы нишләп онотайым, ти.
Инде туйып, әпәр итеп тороуҙарына тағы ла теге мөңрәү ишетелде.
— Зорька бит был, бабай?! Әллә һыу һорап тауыштана микән? Тоҙ һалмағаныңдыр ул кисә?
— Һалманым. Ҡана ҡарап инәйем әле, – тип, ауыр ҡыбырлап тороп, кейенеп, тышҡа ашыҡты Әхмәҙулла. Мөслимә сәй урынын йыйыштырғансы, ҡарты килеп инде бер ни булмағандай.
— Һин дә мин бесән ашай, - тине, өҫ башын һалған ыңғайы.
— Аһ, атыу нимә мөңрәне икән?
— Ҡайҙан беләйем мин? Күршеләрҙеке булғандыр, йә, - тип, урындыҡ өҫтөндәге гәзит журналдарҙы шылдырып, ятып китте.
Мөслимә урындыҡҡа терәлгәйне, теге мөңрәү тағы ҡабатланды.
— Бабай, был Зорька бит ул. Нимә һорай икән? Әллә ярма ялатып ҡарайыңмы?
Ойоп йоҡлап барған ҡарты, ризаһыҙ мығырлап, икенсе яғына боролоп ятты:
— Саҡ ҡына ятайым тиһәм... Бар, үҙең ялат.
Мөслимә йыбанманы. Һыйырын ишетмәмеш булып ултыра алмай бит инде.
Арыуыҡ олоғая бара бит Зорькаһы. Ашау ҙа етә етмәй ҡалалыр инде, тип уйлап, сүмес башына ем һоҫоп еҙ тасҡа борҡотоп һалып, һыйырын һыйланы. Малҡайын урап ҡарап сыҡты, киң арҡаһынан тыпылдата һөйөп тә алды. Борсолор сәбәп тапмай, өйөнә инеп, мәшәҡәттәренә сумды. Әммә оҙаҡҡа түгел икән. Теге һыйыр тағы мөңрәне бит. Нисектер ярҙам һораған, нимәлер булған һымаҡ итеп. Был юлы Мөслимә ҡолағын ҡарпайтты ла, өндәшер һүҙ тапманы.
— Әбей, был һыйырың үгеҙ һорайҙыр ул... бәлкем... – тине, ҡарты, ахырҙа.
— Ҡасҡайны ул. Быуаҙ ҙа шикелле...
Ҡарт менән ҡарсыҡ баш вата бирҙе лә, хужабикә ҡарар сығарып та ҡуйҙы:
— Үгеҙ һораһа ни, Айнулланың тоҡом үгеҙе бар түгелме һуң? Һорап тор, һуңлаһа сәпсим ҡыҫыр ҡала бит.
Ҡуймай-итмәй, бер ярты вәғәҙәләп, оло үгеҙҙе етәләп кәртәһенә алып ҡайтты Әхмәҙулла. Тыныс ҡына көйшәп торған Зорькаға был хәл дә, үгеҙ ҙә оҡшаманы, ахыры, үгеҙҙе дыһырлатып һөҙөп алып барып мөйөшкә ҡыҫтап та ҡуйҙы. Әхмәҙулла ҡул һелтәп өйөнә боролдо — эй, суҡынығыҙ ҙа!
Эңер тамам ҡуйырып, киске ашҡа ултырырға йөрөгәндә, көтмәгәндә кинәт кенә ҡыҙҙары Мөнирә килеп инмәһенме? Хәбәрһеҙ-ниһеҙ, күрше ауылдан...
— Нишләп телефонығыҙҙы алмайығыҙ ул? – тип, һөрәндәп үк ебәрҙе үҙе тупһанан да ашатламаҫ борон.
— Аһ, йырҙаманы бит һуң?! Алмай ни алыр инек, – тип, аптырашып ҡаршы тороп баҫты ата менән әсә.
— Иртәнсәктән шылтыратам – алмайһығыҙ. Ҡот осоп килеп еттем!
Әбей-бабай йүгерешеп телефонды эҙләргә кереште. Тәҙрә төбө лә, шкаф башы ла ҡалманы, телевизор, диван аҫты- арты...
Ахырҙа ҡыҙҙары үҙ телефонынан шылтыратып ҡараны. Урындыҡтың буй юрғаны аҫтынан "мъөөө.... мъөөөөө... мъөөөө " тигән мөңрәү ишетелде. Әлеге тауышты юллап эҙләп алды телефонды Мөнирә һәм экранына күҙ һалып бот сапты:
– Егерме биш пропущенный! Виброла тик торған бит.
Ололар өндәшмәй генә бер-береһенә ҡарашып алды.
— Һыйыр тигәнең... Хәҙер инәм, ҡыҙым, бер йомошом бар тышта, — Әхмәҙулла елтерәтә баҫып сығып та китте.
— Атаң ни кисә кистең һеҙгә шылтыратам тип баҫҡылай ине, эш ҡылып һалған инде.
Мөслимә шыжлатып сәйнүген ҡайнатып өҫтәл әҙерләп бөтөрөлгәндә, Әхмәҙулла Айнулла ҡорҙашының үгеҙен ҡабаландырып урам ҡапҡаһы аша алып сығып бара ине...

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: