+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
6 Февраль 2022, 12:10

Тыуған көн

Сара еңгә быйыл да тыуған көнөн үткәрә. Шулайҙыр тип аңланыҡ, сөнки фармандар килә башланы.–Бикәс, һинән яҡшы итеп һалма баҫыр кеше юҡ зат-арала, һалмаһын ҡырҡҡасың, ашын да һин йүнәтәһең ине. Так что, бишбармаҡты һинең яуаплылыҡҡа яҙам, – тине. 

Тыуған көн
Тыуған көн

Шундай итеп әйтте, әйтерһең миңә көн оҙоно аш бүлмәһендә йүгермәләү өлөшө түгел, ә ресторандың шеф-повары дәрәжәһе тапшырыла. Өндәшмәйем, сөнки был теҙмәлә бер мин генә түгел.
–Ҡәйнеш, һин еңгәмдең тыуған көнөнә тип һарыҡ һуя торғайның, быйыл да шулайтаңдыр ул?
–Еңгә... ни бит әле... юбилейыңа ине бит...
–Киләһе юбилейға тиклем кем бар ҙа, кем юҡ. Әллә киләһе йыл булмаҫмын да әле... Бынау сирле заманда...
–Ярай-ярай, еңгә, һуйырмын, йәшәй генә күр.
Еңгәбеҙ артабан китә:
–Ҡустыҡайым, һин йылҡы тота тороп, ҡымыҙ һауа тороп, мин эсемлекте һатып алып тормам инде, шулай бит?
–Ней, апай, ике бейә генә һауабыҙ бит, эсеүгә китеп кенә тора.
–Йыйығыҙ, бәтәс, берәй ун көн эсмәй торағыҙ инде.
–Ярай, шулайтырбыҙ.
Һеңлеһенә лә эш бар.
–Һылыу, бәлеш-мәлеште бешереп алып килерһең ул, оҫталығыңды беләбеҙ.
–Нисәү кәрәк булыр икән?
–Дүрт бәлеш сейәнән булһын, өс-дүртәүһе алманан, бер икәү кәбеҫтәнән һәм тағы ла шулай уҡ иттән. Тауыҡ итенән бешер инде, былтыр һарыҡ итенән һалғаның ҡатыраҡ булғайны.
–...
Әлбиттә, күршеләрен дә, дуҫтарын да саҡыра ул:
–Күршекәйем, тоҙло ҡыярыңды тотоп инерең инде...
– Әхирәт, теге тәмле шарапты бер-ике шешә итеп алырың...
–Һеҙ бит ҡайҙа яҡшы торт барын беләһегеҙ...
–Һин тамада булырһың...
–Һин өҫтәл тирәләрен ҡарашырһың...
–Һеҙгә генә ышанам инде...
–Һиңә генә өмөт...
–Һин...
Тыуған көн гөрләп үтте. Аҙаҡ Сара еңгәбеҙ һәр беребеҙгә шылтыратып мыжыны:
–Шундай арыным. Бынау тыуған көндө үткәрҙем бит. Уға әҙерләнеү еңел эшме? Үткәрмәһәм дә була инде, әлеге һеҙҙе уйлайым, еңгә саҡырманы, тип, үпкәләмәһендәр, бер ултырып күңел асһындар, тип.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: