-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
10 Февраль 2022, 11:00

Иҫләмәйһегеҙҙер?

Шағир ағай менән мәғарифты үҫтереү үҙәгенең ашханаһына килдек. Кеше күп, сиратҡа баҫтыҡ. Шағирҙың алдында торған ерән һаҡаллы ир, ағайыбыҙҙың ризыҡлы батмусы аша үрелеп, икмәк алды. Ағайым "ҡыҙҙы" ла китте:

Иҫләмәйһегеҙҙер?
Иҫләмәйһегеҙҙер?

– Кеше ашына саңын ҡойоп, йөрөйҙәр инде!
Теге кеше өндәшмәне. Сығып барышлай, Шағир ағай, беҙҙең алдан сығып барған теге кешегә ымлап, миңә былай тине:
– Был әҙәм ҡайҙан йөрөй икән? Беҙҙең һымаҡ, эргәлә генә эшләйҙер.
– Шағир ағай, мин Саҡматаштан. Уҡытыусымын. Былтыр һеҙ беҙгә осрашыуға килдегеҙ. Иҫләмәйһегеҙҙер инде? – тине ерән һаҡал.
– Юҡ шул, – тип яурынын йыйырҙы ағайыбыҙ.
– Ә мин иҫләйем. һеҙ беҙгә дуҫлыҡ, илһөйәрлек тураһында иҫ киткес шәп шиғырҙарығыҙҙы уҡығайнығыҙ...

Ҡыйын булды

Билдәле журналист йәш хәбәрселәргә лекция уҡый:
– Һәр яңылыҡты мәлендә эләктереп ҡалырға тырышығыҙ. Берәй билдәле кеше үлһә, факттарын табып, сайтҡа мәҡәлә өлгөртөгөҙ. Беренсе булып өлгөрһәгеҙ, тәүге минуттарҙа яҙып, хәбәр итһәгеҙ, һеҙ медиа-киңлектәрҙе шаулатасаҡһығыҙ.
– Ә өлгөрмәһәк нимә була?
– Өлгөрмәһәгеҙ, системалағы үҙәк робот һеҙҙе топ-ҡа сығармай. Статистикағыҙ насар була.
– Берәй фәһемле ваҡиға тураһында һөйләгеҙ әле...
– Теге мәл, иҫләйһегеҙҙер, анау, кем, дәүләт әһеле үлгәйне бит әле, таңға ҡарай киткән, тинеләр, ә мин йоҡлап ҡалғанмын. Торғас та, яҙғайным да, робот мәҡәләмде алманы. Эй ҡыйын булды.

Яңылышҡанһың

Супермаркетта үҙем һымаҡ уҡ һатып алыусы бер ағайҙың кейеменә ҡыҙығып, замандашыма һүҙ ҡуштым: – Ныҡлы туҡыманан тегелгән был махсус кейемде ҡайҙан алырға була икән? – тип һүҙ башланым.
– Был кейемде миңә эштә бирҙеләр, – тине ағай.
– Теге көн магазинда күреп, хаҡына иҫем киткәйне. Һеҙҙең эштә был кейемде һатмайҙармы? Юл йөрөгәндә уңайлы бит, алыҫтан күрһәтә.
– Ҡустым, беҙгә эшкә кил дә ҡуй, кейемде бушлай бирерҙәр. Беҙгә йәш хеҙмәткәрҙәр кәрәк. Карьераңды тәүҙә слесарь булып башларһың. Слесарҙың эш хаҡы ҙур түгел инде – 30 мең һум ғына.
– 30 мең һум минең өсөн ҙур аҡса!
– Ә һин күпме алаһың?
– Әҙерәк шул. Әллә һеҙгә китергә инде?
– Һөнәрең буйынса кемһең?
– Уҡытыусы-филолог.
– Һөнәр һайлағанда яңылышҡанһың бит, ҡустым. Заманында ПТУ тамамлаған булһаң, бөгөн аҡсаны көрәп алыр инең.

Илгиз Ишбулатов.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: