Ни эшләйһең, номерҙары сит республиканыҡы булғас, милиция халҡы бик өнәп бөтмәй һәм нимәлер өмөт итеп, бәйләнергә ярата. Ә бына Айытбаевтың бөгөн юлын быуыусы булманы, шуға ла ул беренсе булып тейәне ашламаны. Ни сәбәпле шулай рейсы уңышлы килеп сыҡҡанына үҙе лә ныҡ аптыраны хатта. Ултыртып килтергән пассажир ҡартмы, әллә тапатмайса юлдан үткәреп ебәргән бесәй балаһымы, кемелер изге йән булып сыҡты, тимәк.
…Инде күп ҡалмаған барып етергә лә. Тауҙы төшкәс, урманды сығыр ҙа, күперҙән һуң һулға боролор. Ваҡыты, Аллаға шөкөр, күп. Шуның өсөн ул «Урал»ын аҡрынайтты ла, тирә-йүнде күҙәтеп килә башланы. Был яҡтарҙан булғас, уға бөтәһе лә таныш. Ана колхоздың ҡыҫҡа йөнлө бөҙрәкәйҙәр көтөүе көнбағыш баҫыуына яҡынлашып килә. Бер яҡта трактор урман ситендәге соҡорға терәлгән дә, ғәҙәти булмаған ҡиәфәттә туҡтап ҡалған. Иҫке ташландыҡ юлдан һыпыртыусы мотоциклист та уның күҙенә салынмай ҡалманы.
– Мотаһар ҡарт, – тип уйлап ҡуйҙы Айытбаев. – Тыуған ауылынан хәҙер йәшәгәненә туранан елдерә. – Оҙаҡламай ошо тирәлә ике юл да ҡушыласаҡ…
Айытбаевҡа күренгән кеше, ысынлап та, Мотаһар ҡарт ине. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, матайҙа юғары тиҙлектә йөрөргә яратҡан бер бабай. «Иж»ы шәп уның. Әлбиттә, оло кешеләргә хас, люлкәле. Коляска менән булһа ла, тиҙлек буйынса ике тәгәрмәсле йәш егеттәрҙең күбеһе уны ҡыуып тота алғандары юҡ әле.
Бының, әлбиттә, бер ҡурҡынысы ла юҡ, бигерәк тә йәшәрен йәшәгән Мотаһар ҡарт өсөн. Ләкин бына нимә? Бабайҙың һул күҙе юҡ, һәм яҡты донъя менән тоташтырыусы булып уңы ғына хеҙмәт итә. Китеп барышлай уныһына ла берәй ғәләмәт осоп килеп керһә, Аллам һаҡлаһын. Ауыл кешеләре шуға бигерәк көйгән була. Ҡай саҡ күҙ алдарына килтереп ҡарайҙар ҙа, йөрәктәре жыу итеп ҡала. Шулай ҙа ауыл тарихында уның транспорты менән ниҙер булған, тигән хәл теркәлмәгән. Ундай уйҙар Мотаһарҙың үҙенең башына ла инеп сыҡмай.
Тулы тормош менән гөрләтеп йәшәһә лә, күренеш тигәнең барыбер һау кешенеке һымаҡ түгел инде, тарыраҡ. Аҙыраҡ ҡына ла түгел, байтаҡ. Үҙенән һулаҡайҙа нимә торғанын бөтөнләй күрмәй тиерлек. Ҡарсығын да бер нисә тапҡыр төшөрөп ҡалдырғандан һуң коляскаға ғына ултыртып йөрөтөр булды. Күп йөрөнө ул матай менән. Ат итеп тә екте. Трактор урынына ла эшкә ҡушты. Машинаһы булмағас, уны ла алмаштырҙы. Ҡунаҡҡа ла барҙы, йомошҡа ла сапты.
Бөгөн дә ашығып ҡайтып килә ине. Ғөмүмән, ул бер ваҡытта ла ашыҡмайынса йөрөмәне. Нисек тауҙы разгон менән күтәрелгән, шул ыңғайы оло юлға сыҡты. Беҙҙең яҡта машина бик йыш йөрөмәгәс, Мотаһар бабай сығаһы юлын бик ҡарарға ғәҙәтләнмәгән. Әлбиттә, беҙҙә пустяк ул, тип кенә ебәрә ҡарт. Бына Өфөгә барғаны бар, вәт унда, исмаһам, машина. Ә бында нимә, юлмы инде ул. Юлға ла оҡшамаған, бер кәзә һуҡмағы шунда. Бигерәк тә уңға боролған саҡта, әлеге лә баяғы теге һулаҡайҙы бер ҙә байҡап тормай шул бабайың. Был бик уңайһыҙ шул, етмәһә, хәүефле лә. Уны ла аңларға була, башыңды артыҡ борғослаһаң, бейек юлдан аҫҡа осоуыңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Газ тотҡаһынан башҡаһын белмәгән ҡарт, шуның өсөн дә трасса буйлап «баҫыуын» белде.
…Бер-ике секунд үтеүгә һул ҡулбашына кемдеңдер еңелсә ҡағылыуына Мотаһар һиҫкәнеп китте. Кем төртә икән, ҡарсығы коляскала юҡ. Тимәк, кемделер артына ултыртып алған булһа кәрәк…
Колхоз идараһына, йә ауыл советына икенсе ауылдарҙан йомош менән барған халыҡ осраған транспортҡа ултырып ҡайтыу яғын ҡарай. Ул да юлда торған кешене ташлап китмәй. Уның пассажирҙары, ғәҙәттә, аҙыраҡ була. Сөнки бер тапҡыр ултырған кеше йөрәген усына тотоп ҡайтҡандан һуң, ҡабат уның шайтан арбаһына ынтылырға ашҡынып бармай. Тимәк, кемделер бөгөн дә ултыртып алған булһа кәрәк. Шәп ҡыума, тип әйтергә маташалыр инде, күрәһең. Йыш ҡына шулай ҙа була. Ирҙәр бисәләрҙән дә хуже. Үҙҙәре ултыралар ҙа, аҙаҡтан башлайҙар мыжырға. Ярар, аҡырыр-аҡырыр ҙа, туҡтар. Шуның өсөн иғтибар итеүҙе кәрәк, тип тапманы…
Ләкин пассажир ныҡышмалыраҡ булып сыҡты. Төрткән һайын ҡағылыуы ла нығыраҡ ауырттырҙы, ҡулдары ла ауырыраҡ була барҙы.
– Ныйәә? – тип бер үкерҙе лә, шул арала башын бороп ебәрҙе. Йә, Хоҙайым! Эй Алла, ниңә генә аҙраҡ юлды ҡараманың икән, ҡарт алаша, – тигән уй телеп үтте ҡапыл ғына уның әле һытылып өлгөрмәгән баш мейеһен. Уның һул яҡ арҡаһын «Урал» йөк автомобиленең алғы оло тәгәрмәсе ышҡый ине.
Етмеш йәшкә етеп беренсе тапҡыр машинанан өрккән Мотаһар бабай бар көсөнә газын ҡайырҙы…
– «Урал» артта ҡалды шикелле, – тине ул бер аҙҙан артына боролоп ҡарағас. Шулай ҙа ҡыуанырға иртә әле, һәм ул ҡайтыу яғына ашыҡты.
Матайын гаражға индереп ҡуйып, ипләп кенә ҡапҡаһын ябырға, тип маташҡан арала өй артына яйлап ҡына «Урал» машинаһы килеп туҡтаны. Шул арала ҡарт ниндәйҙер хәүеф һиҙгәндәй туҡтап ҡалды. Оло юлдың уртаһында ике аршынлыҡ монтировкаға һөйәлеп баҫҡан шоферы быны күҙәтә ине.
– Бабай, әйҙә мин һине шунда ғына, әбейең янында ғына бәреп үлтерәйем дә ҡуяйым инде. Йә, әтеү, юлда-һалда үлеп ятҡансы кеше интектереп. Былай барыбер күпкә бармаҫһың, – тине ул тыныс ҡына бер аҙҙан.
– Ҡуй! Юҡ, ҡустым, – тип иларға етешкән ҡарт йүгереп өйөнә инеп китте. Тиҙҙән ике ҡулына ике шешә араҡы тотоп сығып килгән Мотаһар ҡарт күтәрмәлә галоштарын һәрмәй ине.
Раушан ҒӘЛИМОВ.