+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
16 Февраль 2022, 16:55

Диван һатып алып байыған

Яҙған булһа, байлыҡ килеп кереү юлын үҙе табыр, тиҙәр бит. Мичиганда йәшәүсе Говард Кирби исемле ир көтмәгәндә бай була яҙып ҡала. Хәл былай була, ир комиссион магазиндан иҫкерәк кенә диван һатып ала...

Диван һатып алып байыған
Диван һатып алып байыған

Бер нисә аҙна файҙаланғандан һуң, Говард дивандың әллә ни эшләп уңайһыҙ булыуын аңлап алған. Ниңә уңайһыҙ? Нәмәлер ҡамасаулай? Быны Говардтың ҡыҙы асыҡларға була. Күп уйлап тормай, дивандың тышлығын һүтеп ташлай. Ә унда! Шыплап 40 мең доллар аҡса тултырылған була – 20, 50, 100 долларлыҡ купюралар. Табышты ни эшләтергә була икән тип, Кирби таныш адвокаты менән дә кәңәшләшә. Тегеһе иһә: “Һиңә ул аҡсаларҙың диван эсенә нисек эләгеүен асыҡлап йөрөү мәжбүри түгел. Үҙеңә ҡалдыра алаһың”, – тигән. Ләкин Говард башҡаса эшләгән. Магазин аша диванды һатҡан ҡатынды эҙләп тапҡан. Баҡһаң, диван ханымдың бынан бер нисә йыл мәрхүм булған олатаһыныҡы булған икән. Һөҙөмтәлә, Говард аҡсаларҙы ҡатынға кире ҡайтарып бирә, ә диванды үҙенә ҡалдыра. Һәм был ҡылығынан ул бик ҡәнәғәт ҡала.

Фото: rostov-on-don.sm-news.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: