Кем күберәк һөйләйҙер, был хаҡта бәхәсләшергә лә мөмкин.
Һыуғояр өсөн мөхәббәт – бөтәһенән элек, Ай аҫтында йөрөү, таңды ҡаршылау. Уның менән серле боронғо харабаларҙы яуларға әҙер тороғоҙ – был Һыуғояр өсөн һөйгәненең күңелен күреүҙең мотлаҡ алымы. Зодиак билдәләренең шаян ҡылыҡһырламалары раҫлауынса, шиғыр һөйләүҙә һәм йырлауҙа уға тиң кеше юҡ.
Ҡатын-ҡыҙ-Һыуғоярҙар йөрәге ҡушҡанса эшләргә ғәҙәтләнгән. Әгәр йөрәге һин уның менән бергә булырға тейеш, тип әйтә икән, сумаҙандары менән тупһаңда көт.
Һыуғоярҙар, бөтәһенән элек, нимәне юғары баһалай һуң? Әлбиттә, шәхси иректе. Яңғыҙ ҡалғылары килһә, бер кем дә ҡағылмаһын өсөн үҙҙәре тирәләй өс метр ҡалынлығындағы стена төҙөргә әҙерҙәр. Теңкәләренә тейеү – стенаға борсаҡ бәреү менән бер, ыжлап та бирмәйәсәктәр, уңайлы донъяларында хәсрәтһеҙ оҙаҡ йәшәйәсәктәр.
ЮЛАМАН.