-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
17 Февраль 2022, 18:15

Сәйфелмөлөк бабайҙың хаты

Бер көндө ҡалала йәшәгән улынан Сәйфелмөлөк бабайға хат килеп төштө, ти. Улы былай тип яҙған:– Дорогие мои, папа и мама! Шлю Вам горячий привет. Живу я хорошо, работаю начальником почты. Гуляю я с русской девушкой.

Сәйфелмөлөк  бабайҙың хаты
Сәйфелмөлөк бабайҙың хаты

Меня теперь зовут не Рахимъян Сайфулмулюкович Даутов, а Роман Александрович Давыдов. Пишите мне, пожалуйста, по-русски. С приветом ваш сын Роман Александрович Давыдов”.
Бахыр, Сәйфелмөлөк ҡарт, был хатты алғас, оҙаҡ уйлап торған да русса хат яҙырға булған.
“Письмә гәләвә. Пиши сама против. Здравствуй, наш дорогой малайка, Рахимъянушка! От твоим мамам Бибиәсмәбикә, от твоим папом Сәйфелмөлөк, бик һағынып ыскучно как небо звезда, как йылғалағы вада, вадалағы рыба желтый-желтый, жоп-желтый, мнаганан мнага привет бүскәйем. Моя типер лошалство: бригадир работам. Твоя мама кәләкәл: Русский дивкә не вожьми, башкирский дивкәне вәжьми. А моя думал сирауна, пущай килен мәржә будит, түлкә чәләүиком будит. Килен домой тащи. У нас кушат мнага: пшениса есть, мука ла есть, кәртүшкә сажим много. Весной наш большуй овичка баранчук таскал бит әле. Оло баранчукты сусҡа мөртәт поймал. Ныу, үҙенә лә бирҙем, малай, полка менән муклашка. Сывая овечка шерсти миңә, мамам Бибиәсмәбикә валенки катали, а тебя как лошалство чусенкәм ыстояли.
Мала-мала күстәнәс пускаем. Один пар чусенкә, один пар баранчук и мала-мала денгьги пускаем. Отпускам пәйдүш, в густи прийдүш, моя кәстум тащи, а мамам шулкывый рубашка тащи. Пока нет больше буғай ыслава. Ныу, буть бәхетлем, тәүфиғым, твоя папа Бибиәсмәбикә и мама Сәйфелмөлөк”.
Сәйфелмөлөк бабай, саф рус телендә хат яҙғас, малайым Роман бик-бик шатланыр инде, килен буласаҡ ҡыҙ алдында уҡырға ла уңайһыҙланмаҫ, тип ҡыуанған, ти.

Башҡорт халыҡ ижады. Көләмәстәр. Өфө – 1985.

Фото: Pinterest

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: