Көн кисләне. Көтөү күренде. Көллөһө кемуҙарҙан клубҡа килде. Көндөҙ картуф кәтмәнләгән Көмөшбикә кимәсә кейгән, көтөүсе Көмөшбайҙың күлдәге керләнгән. Килмәк кәксәнләп килде. Кемдер көйрәтте, кемдер көй көйләне, кемдер кәһелдәне, кемдер көтөр-көтөр керәндил кертелдәтте, кемдер кәнфит кимерҙе. Кемдеңдер кеҫәһендә көнбағыш, кемдәлер кока-кола. Кәзекләштеләр: “Кәримәнең кәзәһе кәбеҫтәләрен кимергән”. “Кәзәңде көйҙөрҙөңмө?” Көрөшкәләп көмөшкә кәккән Кәшфулланы клубҡа керетмәнеләр. Кәйефе киткән килбәтһеҙ Кәшфулла кәзәләнде, күҫәк күтәрҙе, кемгәлер киҙәнде.
Кәмитселәр кешеләрҙе көттөрмәне. Кирәй Киреғоловтың “Көнсөлдөң көнө көйһөҙ” комедияһын күрһәттеләр. Килештерҙеләр. Кәрәм кәләшенә көн күрһәтмәй, күрәләтә күршеһенән көнләшә: “Кәнтәй!” Кәмһетелгән Кәбирә кейәүен квартирына керетмәй. Кәрәмдең кәйефе китә, күгәренә: “Кәләш, квартирға керет, кәмһетмәм!” Кәбирә киреләнде, күкрәк кирҙе: “Күҙемә күренмә!”
Кешеләр кикрек киргән Кәрәмде көйҙөрҙө:
– Күрмәгәнен күрҙе!
– Көнсө көнө – көйөнөс!
– Көнсөл кеше көн күрмәҫ!
Кемдер кеткелдәп көлдө:
– Китсәле, Көсәгәндең Күбәген күрһәттеләр!
Көнләшеп кәртинкә кеүек кәләшенән көпә-көндөҙ киткән кәмсәнең күңеле кителде, кешеләргә кенәселдәнде.
Күңелле кисәнән көсәгәндәр кинәнес кисерҙе. Кәмитселәргә күстәнәскә кәрзин-кәрзин күкәй килтерҙеләр: “Киләсәктә лә килегеҙ, көтәбеҙ”.
Х. ХӘРЕФШИН.
Фото: infourok.ru