+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
21 Февраль 2022, 09:00

Быраулаусы

Африкала бер быраулау скважинаһында быраулаусы тормозда быраулап тора. Яҡындағы ағас башында маймыл ултыра. Быраулаусының эшләгәнен күҙәтә.

Быраулаусы
Быраулаусы

Быраулаусы үҙ йомошо менән ағас араһына кереп китә. Кире килһә, күрә: маймыл уның урынына баҫып алған да тормозда быраулап тора. Был хәл ҡат-ҡат ҡабатлана. Быраулаусы урынынан китһә, килеүенә маймыл эшләп тора, ти.
Нәщәлник быны күрә лә быраулаусыны эштән ебәрә, урынына маймылды ҡуя.
Ярты йылдан быраулаусыға идаралыҡтан шылтыраталар:
– Беҙгә кире киләһеңме, быраулаусы эҙләйбеҙ.
– Маймылығыҙ эшләмәйме әллә?
– Маймыл бигерәк йылғыр булып сыҡты бит – мастер булып китте, урынына быраулаусы кәрәк хәҙер.

Ғәжәпләнмә


Уйлама. Уйлаһаң – һөйләп йөрөмә. Уйлайһаң һәм һөйләһәң – яҙма. Уйлаһаң, һөйләһәң, яҙһаң – измаңды ҡуйма. Уйлаһаң, һөйләһәң, яҙһаң һәм измаңды ҡуйһаң – ғәжәпләнә.

Былай эшлә

Шулай итеп, һин трактат яҙҙың һәм баҫтырырға теләйһең. Былай эшлә. Яҙғаныңды үҙең төшөнһәң һәм уны иҫбат итә алһаң, берәй математика журналына ебәр! Яҙғаныңды үҙең төшөнһәң, ләкин уны иғбат итә алмаһаң, физика журналына ебәр! Нимә яҙғаныңды үҙең дә төшөнмәһәң, уны иҫбат итә алмаһаң, уны иҡтисад журналы көтә. Бер ни ҙә төшөнмәһәң һәм уны иҫбат итә алмаһаң, философия журналына рәхим ит!

Факил МЫРҘАҠАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: