Тиҙ-тиҙ генә рәттәргә күҙ йүгертте лә ҡысҡырып иғлан итте: “Кемдәр тәмәке тартмай, сафтан сығырға!”
Бер егет сыҡты, мин дә, ике аҙым алға атлап, сафҡа йөҙөм менән боролдом. Эстән генә, хәҙер нимә булыр икән, тип көтәм. Сәләмәт йәшәү рәүеше, спорттың файҙаһы тураһында һүҙ булыр, тип көтәм, башҡалар ҙа командирҙан күҙен алмай. Старлей ҡабаланмай: “Тағы кем тәмәке тартмай?” – тип һораны. Яуап юҡ. “Хәҙер тәмәкеселәргә шелтә эләгә инде”, – тип уйлап та өлгөрмәнем, командирыбыҙҙың ҡоро һәм яңғырауыҡлы бойороғо ишетелде: “Уң-ға! Мунсала тәртип уранлаштырға шагом-марш!”
Ике байғош мунсаға йүнәлдек, ә командир бүтәндәргә таралырға ҡушты һәм өҫтәп ҡуйҙы: “Ә һеҙгә перекур!”
Илгиз ИШБУЛАТОВ.