+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
24 Февраль 2022, 09:00

Хакер

Вәлиҙең күршеһе Ғәләү кинәт байып китте. Былай үҙе төшөмлө эштә лә эшләмәй - ишек алды һеперә. Фатирында яңы затлы мебель, йорт кинотеатры пәйҙә булды. Юғиһә кредитҡа алған компьютерынан башҡа бер йыһазы ла юҡ ине.

Хакер
Хакер

Ғәләү хәҙер ҡара ыуылдырыҡ ашай, һуңғы мода буйынса кейенә, баҡсаһына япун машинаһында елдерә. Үҙе 11 йәшлек вундеркинд улының башынан һыйпай: “Кампитыр башың, “троя аты”ң иҫән булһын!” – ти. Йәлләп тә ҡуя Вәли уның малайын. Көн оҙон компьютер алдында ултыра, интернетта ниҙер маташа шунда.

Бер көндө Ғәләү сит телдә яҙылған бер хат тотон инде. “Швейцария банкынан, улым иҫәбенә бер миллион евроға счет асылған”, – ти. Швейцариянан хәтлем килгәс, ышанды инде Вәли. Ни тиһәң дә, банктар иле бит. Әле улын эшкә лә алғандар икән, брокер фирмаһында кәңәшсе, ти. Уҡыуҙан ҡайтыуға, эшкә машина менән килеп алалар, килтереп ҡуялар. Ғәрләнде Вәли. Булдыҡһыҙ, тип, үҙ малайын әрләп ташланы. Тегеһенең иҫе лә китмәне. “Эй, атай, хәҙер аҙым һайын хакерлыҡҡа өйрәтәләр, аҡсаң ғына булһын”, – ти.

Нисек итһә итте, тейешле аҡсаны тапты Вәли. Әлеге лә баяғы хакерлыҡҡа өйрәтә торған фирмаға илтеп тә бирҙе. “Бер аҙнанан улың менән килерһең”, – тинеләр. Әйтелгән ваҡытҡа барһа, теге фирманан елдәр иҫкән. Күреүсе-белеүсе лә юҡ. Инде яңынан аҡса йыя Вәли. Байырға иҫәбе!..

Фирҙәүес ЗАРИФ.

Фото: xakep.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: