-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
25 Февраль 2022, 16:00

Ишара

Оҙаҡламай миңә утыҙ йәш тула, өйләнмәгәнмен. Был хаҡта атайым менән әсәйем, дуҫтарым, коллегаларым даими иҫемә төшөрөп тора. Ашыҡмайым, миңә бындай тормош ҡулай.

Ишара
Ишара

Яңыраҡ танышымды аэропортҡа оҙаттым. Юлда ул никахтың өҫтөн­лөктәре хаҡында һөйләне. Йәнәһе, өйләнеү менән тормошоң ҡырҡа үҙ­гәрәсәк. Һиңә ашарға бешерәләр, өҫ-башыңды йыуалар. Ҡыҫҡаһы, һинең хаҡта хәстәрлек күрәләр.
– Ә ирек? – ҡаршы төшәм.
– Иреклемен, ҡатыным бөтөнләй ҡамасауламай.
Был ваҡытта беҙ паркта ултыра инек. Яныбыҙға ҡырҡ йәштәр тирәһендәге ағай килеп ултырҙы. Күлдәге керле, күҙҙәре аҡайған, ипһеҙ ҡылана. Ҡыҫ­ҡаһы, кәйефе юҡ. Биштәренән китап алды, асты, ә унда шымсыларҙыҡы ке­үек уйым яһалған, уйымда бер ҡап сигарет ята. Ҡаптан дерелдәй-дерелдәй сигарет алғас, шунда уҡ зажигалка сығарып тоҡандырҙы, һурҙы, күрәһең, нирванаға инәлер. Ҡәнәғәтлектән күҙ­ҙәре ҡыҫылды, ҡулдары ҡалты­рау­ҙан туҡтаны, арҡаһын эскәмйә һөйән­гесенә терәне.
Был ниндәйҙер үҙенсәлекле сигареттыр, уларҙы магазиндан алмайҙыр, законды боҙоп, балконда үҫтерә­ләрҙер, тип уйланым. Көтмәгәндә беҙ үкереү (тауыш түгел) ишеттек:
– Оле-е-е-ег!
Парктың икенсе башында арҡырыға ла, буйға ла бер сама ҡатын күренде. Ҡыҙарған, тиргә батҡан, бер ҡулында – сумка, икенсеһендә – бала. Шунда беҙҙең күршебеҙ тулҡынланды, һике­реп торҙо, сигаретын урнаға ырғытты, кеҫәһенән һағыҙ сығарып ауыҙына ҡапты ла, ашыға-ашыға сәйнәргә кереште. Шымсы китабын биштәренә тыҡҡас, ҡатынына табан алпан-толпан атланы...
Күрәһең, был миңә ишаралыр. Өй­ләнмәҫкә...

Б. МӨХӨТДИНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: