+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
1 Март 2022, 15:00

Ишле ғаилә

Юмор Хөрмәтле редакция! Бынан ете йыл элек мин Галина Д.ға өйләнгән инем. Бик бәхетле йәшәнек, ләкин бик оҙаҡ балабыҙ булманы. Туғыҙ ай буйы!

Ишле ғаилә
Ишле ғаилә

Улыбыҙ тыуыу менән ҡатыным миңә бала табыу йортонда танышҡан икенсе берәүҙе яратыуын әйтте һәм Семен Г.ға кейәүгә сығып китте. Мин баланан баш тартманым һәм беҙ бергәләп бер фатирҙа йәшәй башланыҡ.

Бер йылдан һуң мин Таня В.ға өйләнеп, үҙебеҙҙең фатирға алып ҡайттым, сөнки уның менән гел подъезд төптәрендә йөрөү тамам туйҙырҙы. Ә был ваҡытта Семен Г. минең элекке ҡатынымды һөйөүҙән туҡтаны һәм Нина Т.ға өйләнде. Нина Т.ның ике балаһы бар, ә торлаҡ майҙаны юҡ ине. Бында Таня В. менән уртаҡ балабыҙ тыуҙы, ә мин беренсе ҡатынымдың иренең икенсе ҡатынына ғашиҡ булдым. Өйләнештек, ә минең икенсе ҡатыным Жора В.ға кейәүгә сыҡты. Шул саҡ минең беренсе ҡатыным да Аркадий Георгиевичҡа кейәүгә сыҡты, ләкин ул әҙәм аҡтығы икән – бер ҡатынға өйләнгән булған да, тиҙҙән Караганданан шуны күсереп килтерҙе. Ә ул ҡатын тиҙҙән уны ташланы һәм нәҡ ошо ваҡытҡа төрмәнән ҡайтып еткән Жора В. менән тормош ҡороп ебәрҙе.

Хөрмәтле редакция! Хәҙер беҙҙә һигеҙ бала, ун ике ир-ат, ун бер ҡатын-ҡыҙ һәм бүлгәс һәр ҡайһыбыҙға ун һигеҙәр квадрат сантиметр торлаҡ майҙаны тура килә. Етмәһә, өсөнсө ҡатынымдың беренсе иренең икенсе ҡатынының ире ике балалы ҡатынға өйләнергә йөрөй. Ошо уңайҙан бер һорауыма яуап бирегеҙ әле: беҙҙең йыуған керҙәребеҙҙе дөйөм кухняла элергә хаҡыбыҙ бармы?

Л.ИЗМАЙЛОВ.

http://www.tatyash.ru/index.php?issue=12252&file=162.htm

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: