-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
1 Март 2022, 11:00

Мин нисек үгеҙҙе йыға һуҡтым

Миңә һәм үҙемдең өс иптәшемә 8-әр йәш тулды. Бөтәбеҙ ҙә Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тыуғанбыҙ.

Барыбыҙҙың да атайҙары инвалид булып ҡайтҡан. Кемдеңдер ҡулы, кемдеңдер аяғы юҡ. Шуға хужалыҡ эштәрендә бик ырата алмайҙар ине. Уларға төшкән бурысты беҙ башҡарҙыҡ. Малайҙарының ҡул араһына инеүенә атайҙарыбыҙ ҙа шатлана ине. Утын, бесәнен дә әҙерләшәбеҙ. Мал-тыуар ҡарау ҙа беҙҙең елкәлә.
Ялҡаулана белмәнек. Эшкә көсөбөҙ етмәй, тип иламаныҡ. Берәүҙән ярҙам да һораманыҡ. Башҡарған ғәмәлебеҙгә шатландыҡ һәм ғорурландыҡ. Хатта маҡтанып та ҡуя инек.
Шулай ҡыш айының бер көнөндә мин, Шакирйән, Мансур урмандан бәләкәй санаға мейескә яғырлыҡ утын тейәп алып ҡайттыҡ. Санаға көсөбөҙ еткәнгә, беләктәребеҙҙең тос булыуына маҡтанып та алдыҡ. Шакирйән менән Мансурҙың ҡулдары ҡыҫҡараҡ һәм йыуантығыраҡ булғас, улар көслөрәк күренә ине.
– Һинең беләгең нәҙек, шуға хәлең дә әҙ, – тине Мансур. Уның һүҙҙәренән бик ғәрләндем: «Ни эшләп мин уларҙан кәм булырға тейеш әле?!» Шуға күрә:
– Беләгем нәҙек булһа ла, бер һуҡҡанда үгеҙҙе йыға алам, – тинем.
– Шаштырма, – тине Шакирйән.
– Улай булғас, иҫбатлап күрһәтәһең инде, – тине Мансур.
– Ышанмаһағыҙ, иртәгә беҙгә килегеҙ, йорт алдындағы майҙанда үгеҙебеҙҙе бер һуҡҡанда йығып күрһәтермен, – тинем.
Минең маҡтанғанды малайҙар шул көндө үк бөтә балаларға таратҡан. Ҡайһы бер ҡыҙҙар менән малайҙар мыҫҡыллы йылмайып, мәғәнәле ҡарап үттеләр.
Иртәгеһенә тамаша күрергә бик күп балалар йыйылды.
– Йә, үгеҙеңде йыға һуғып күрһәт инде, – тип көлдө минән өс-дүрт йәшкә өлкәнерәк малайҙар.
– Үгеҙҙе һин түгел, ололар йыға алмай әле, – тине әсе телле Мәстүрә.
Ике йәшлек үгеҙҙе етәкләп һарайҙан сығарҙым. Кисә генә көндөҙ ямғыр яуҙы ла, төндә туңдырып, бөтә ер өҫтө боҙ булып туңды. Үгеҙ унда саҡ-саҡ баҫып тора. Мин йоҙроғомдо бөтәһенә лә күрһәтеп алдым да, киҙәнеп, үгеҙҙең янбашына тондорҙом. Боҙ өҫтөндә саҡ баҫып торған үгеҙ йығылып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Барыһы ла аһ итте. Һәм мин еңеүле ҡиәфәт менән:
– Күрҙегеҙме инде, юҡ-барҙан маҡтана торған кеше түгеллегемде, – тинем дә эре генә атлап өйгә инеп киттем.

Юнир САЛАУАТОВ.

Читайте нас: