+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
2 Март 2022, 14:00

ҺӘНӘК йондоҙнамәһе

Балыҡ Кемдер үҙе һәм тирә-йүндә­геләр өсөн уйлап сығарылған ысынбарлыҡ тыуҙырырға һә­ләтле икән, улар – Балыҡтар.

ҺӘНӘК йондоҙнамәһе
ҺӘНӘК йондоҙнамәһе

Өҫтәүенә, фантазиялағы донъялары беҙҙең ғәҙәттәге донъя һымаҡ. Быға теләһә кемде ышандыра алалар. Мәҫәлән, барон Мюнхгаузен, зодиактың шаян билдәләре ҡылыҡһырламалары раҫлауынса, көлкө тоҡсайы Балыҡ-фантазер, тәж­рибәһеҙ һәм ҡурҡаҡ селбәрә, шиңгән ыуылдырыҡ бөртөгө.
Был кешенән тeләһә нәмә үте­негеҙ – үҙегеҙ юҡта гөл­дәргә һыу ҡойоу, үҙегеҙ өсөн диплом яҙыу – ул йән бирһә бирә, әммә үтенесегеҙҙе мот­лаҡ үтәй. Ул шулай тыуған, бында бер ни ҙә эшләп булмай.
Балыҡтар мөхәббәттә оялсан һәм һаҡ, хәл иткес аҙым яһа­ғансы оҙаҡ икеләнәләр. “Ваниль” – был улар тураһында: моңһоу ғына тәрән итеп һулау, көтөлмәгән бүләктәр, уңайһыҙ­ланыу, төнгө күҙ йәштәре, ә, иң мөһиме, – барлыҡ уйҙары ла тик уның хаҡында. Шулай булғас, үҙегеҙгә ғашиҡ Балыҡ менән сәстәрегеҙҙе бәйләргә, ғүмер буйы ҡултыҡлап тейешле йүнәлештә алып барырға те­ләһәгеҙ – тәүәккәлләгеҙ.

ЮЛАМАН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: