+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
3 Март 2022, 17:30

Мафия

– Әлеү! Кем әле был? Әхирәт, һинме? Таныныңмы? Иҫән генәһеңме? Ниңә һорайһың тип, бар ерҙә лә мәхшәр бит хәҙер, һәр аҙымда... Теге ни...мафия. Шуға күрә иҫәнме икән был тип борсолоп шылтыратыуым инде.

Мафия
Мафия

Әле бер көндө беҙҙеке бер аҙ йөрөп керәм тип сығып киткәйне, төтөн булып ҡайтып инде. Кит әле, төтөндө белмәҫкә! Лығыр иҫереп, улайһа! Аяғында баҫып тора алмай. Нимә? Эйе, әхирәткәйем, бандиттар һөжүм иткән. Улар хәҙер урамда кешеләрҙе тотоп алып, ауыҙҙарына көсләп араҡы ҡоялар, ти. Хәҙер бандиттарҙың шундай сорттары сыҡҡан икән. Ҡайҙан беләм тип, һөйләй алырлыҡ хәлгә килгәс, ирем аңлатып бирҙе.

Хәҙер кем эләкһә шуны урлай башлағандар. Ниндәй аҡса ҡыҫыу тағы? Ҡайҙан булһын инде беҙ хәйерселәрҙә урлатырлыҡ аҡса, йә! Юҡ! Рәттән, кем эләкһә, шуны эләктереп, йәшерен урындарға алып китеп, төнө буйы язалайҙар, төрлөсә мәсхәрә ҡылалар икән. Беҙҙекен иртәнге алтыла ғына сығарып ебәргәндәр. Язалап тәнендә төрлө эҙҙәр ҡалдырғандар. Бигерәк тә муйынында әллә ниндәй ҡыҙыл таптар ҡалған. Һыңар нәскийе юҡ, бар кейеме ҡыҙылға буялып бөткән. Әле ярай үлтермәгәндәр. Кем белә, бәлки йыуаш нәмә булғанға күрә теймәгәндәрҙер.

Ҡарале, әхирәт, сауҙа мафияһы тигәндәре, бигерәк тә әшәке инде, эйеме? Кит инде, шуны ла белмәҫкә! Ишеткәнең юҡмы ни? Бына беҙҙекенә ярты йыллыҡ хеҙмәт хаҡын биргәндәр ҙә, бар аҡсаһына кәмә моторы, карбюратор һәм ҡармаҡтар алдыртҡандар. Кешесә генә талаһалар нимә була инде, эйеме? Юҡ, бына шулай кәрәкмәгән нәмә алдыртып мыҫҡыл итәләр. Минеке ялынып ҡараған, ҡатынға нимә әйтермен тип, илап та ҡараған – юҡ! Шул әйберҙәрҙе алғас ҡына ебәргәндәр.

Әле етмәһә, әхирәткәйем, көндәр буйы диванда ятырға мәжбүр итәләр, телевизор экранынан бер минутҡа ла айырылмаҫҡа ҡушалар. Кем булһын, шул мафия инде! Ирем һөйләне, телевизорҙан бер минутҡа ситкә китһәң, йәнеңде алабыҙ тип телефондан шылтыратып янанылар тине. Уныһын ҡайҙан белеп торалар тиң һин! Үлеш инде, үлеш!

Мин хәҙер, әхирәткәйем, иремде үҙем һаҡларға булдым. Беҙҙең өйҙә ҡараңғы солан бар бит, мин уны, бәғеркәйемде, хәҙер шунда бикләп ҡуясаҡмын. Бер бандит та эҙенә төшә алмаҫ. Ю-юҡ, һин нимә? Өй эсенә сығарырға ярамай. Ул бит бер ҡатлы, теләһә-кемгә ишекте асасаҡ.

Ярай, күп тыҡылданым, буғай. Ана, ишетәһеңме, етмәһә ирем дә ҡысҡыра. Инде өсөнсө сәғәт ашарға һорап йөҙәтә. Барып, алдына берәй аҙыҡ һалып киләйем инде. Эйе-эйе... Әйтмә инде, әхирәт, тамам аҙыуы етте был енәйәтселектең...

Евгений ОБУХОВ.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: