Ҡатындарға бит яҙырға, уларҙы нимәлер менән ҡыҙыҡһындырырға, бисәләрский күңелһеҙ темаларын, проблемаларын тикшерергә кәрәк... Әгәр бына шуларһыҙ ғына булғанда, мин һеҙгә ныҡ рәхмәтле булыр инем! – тим. – Мөмкин булһа, ҡатын кеше мине үҙе һайлап алһын, бер һүҙһеҙ булһа ла ярай.
– Мөмкин! Ниңә булмаһын? – ти, тауыш, өмөтлө итеп.
– Яҡшы, бик яҡшы! Тағы ла өҫтәп ҡуйығыҙ инде шунда: мин уға аҡса түгергә самаламайым. Хатта аҙ ғына ла. Кофе эсәм, торт ашайым, әйҙә шунда инәйек, әйҙә бында, тип, ҡаңғырмаһын. Миңә жилет кейеп, ҡорһағымды эскә тартып, уның ыңғайына кеше алдында әллә кем булып йөрөү кәрәкмәй. Юғиһә, ҡатындар шулайтып ҡаҡшата бит. Тотһон да өйөнә алып ҡайтһын да китһен ине. Их!..
– Улай ҙа була.
– Буламы? Ысынмы?
– Ә ниңә? Ҡатындарҙың төрлөһө бар.
– Улайһа... Тағы ла, матди бер нәмә тип тә янмаһын ине. Ҡатындарҙы беләм мин, айфон, бриллиант, тун, тип йәндәре сыға. Минең, әлбиттә, бүләк иткәнем юҡ, ир-егеттәрҙән ишеткәнемде һөйләйем инде. Миңә, мәҫәлән, уның ҡулында йөҙөгө булды ни, булманы ни, өҫтөндә тун ни, пуховик ни, машинаһы бар, юҡ ни – барыбер. Эскерһеҙ һөйөү бирһә, булды. Шуға ла шат буласаҡмын. Бына сит илдә ҡатындар эшләп тик йөрөй, өйҙә ултырған ирҙәрендә бер һүҙ әйтмәйҙәр. Ә беҙҙекеләр шундуҡ үпкә ташлай башлай: ҡатын елкәһендә йәшәйһең һәм башҡалар. Миңә бына ошондай ғәйепләүҙәр булмаһын.
– Булмаҫ! Беҙҙә ундай ҡатындар ярты илдән күберәк.
– Өйө булһын ине ул ҡатындың. Фатир миңә оҡшап етмәй. Һәм ул ҡатын хужалыҡ тотһон, тәмле бешерһен, йортон йыйыштырһын һәм минән бисәләр хеҙмәтен талап итеп аптыратмаһын. Бушҡа әрләшмәһен, иң яҡшыһы – бөтөнләй сәрелдәмәһен ул, бары тик йылмайып ҡына һүҙ ҡушһын. Ә иң мөһиме – балалары булмаһын. Ҡатындарға бит бала кәрәк, ғәҙәттә. Миңә, мәҫәлән, кәрәкмәй. Ошоноһо иң ҙур шарт инде, йәме?
– Йә! Тик балаһыҙ ҡатындар оло булыр инде. Ә һеҙгә бит, аңлауымса, йәш кәрәк?
– Йәш, әлбиттә, йәш! Миңә берәй студент ҡыҙыҡай булһа ла ярай.
– Ә төҫө?
Шатлығымдан хатта һикереп киттем:
– Һомғол... Оҙон сәсле. Мин ҡатын-ҡыҙҙың сәсе менән уйнарға яратам ятҡанда. Тәне йомшаҡ ҡына булһын, бигерәк тә ҡулдары. Ә иң мөһиме күңеле киң, йөрәге наҙлы, йәлләүсән... Юғиһә, бөгөн ҡыҙҙар ваҡланды бит, беләһегеҙме?
– Беләм-беләм.
Күҙҙәремде сытырлатып йомдом. Хәҙер-хәҙер, минең өҙөлөп көткән, эҙләгән һәм һөйөү бүләк итәсәк ҡатын килеп сығасаҡ...
– Брессс! Ошо берәҙәк бесәй йөрөнө бит!
Ҡабырғамдың өтөп ауыртыуына сыҙамай, йүгереп киттем дә, юл ситендәге бысраҡ ҡар өйөмө өҫтөнә менеп торҙом. Был яман ирҙе таныйым мин. Гел тибеп үтә...
Шул ваҡыт сылтырап көлгән йәш ҡыҙҙар тауышы салынды ҡолағыма. Был ямаҡай донъяла кем шулай бәхетле көлә ала икән, тип, муйынымды һоноп ҡараһам, ике һылыу ҡатын-ҡыҙ килә.
– Ҡарале, Ләйсән, бахыр ғына бесәй ултыра, – тип, береһе килеп миңә эйелде.
– Ҡуй, теймә, Айгөл, бысраҡтыр ул, – тине әхирәте.
– Йыуып алырмын. Бигерәк кенә лә йәл. Эттәр талаған әллә?..
Ҡулдарына күтәреп тә алды. Мин шундай ышанып уға һыйындым.
– Өй буйлап йөнөн ҡоясаҡ. Уға теүәлит кәрәк.
– Таҙалармын.
– Айгөл, яҙ етһен әле, хәҙер был урамға сығарыуҙы һорап аҡыра башлаясаҡ. Ҡараһана – уҫлаптай ата бесәй.
– Булһын. Мин уны ветеринарға алып барам да, тыныс ҡына икәүләшеп йәшәрбеҙ.
Ҡысҡырайым, тип, ауыҙымды асҡайным, өнөм сыҡманы. Ҡатындың нәфис аҡ ҡулдары мине шундай ҡармап тотоп алғайны. Яҙмышыма күндем... бирелдем... Хужабикәм мине йылы, яҡты, тәмле ашлы өйөнә алып ҡайтып китте.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.