-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
7 Март 2022, 18:00

Ике тоҡ алтын

Бер көндө Тимерйән ҡустыһы Батырға шылтыратты:– Һаумы, ҡустым! Хәлдәр нисек? Беҙҙең яҡтарҙа картуф уңған икән. Һинеке нисек? Һатып ебәрмәнеңме?

Ике тоҡ алтын
Ике тоҡ алтын

– Сәләм, ағай! Хәлдәр арыу. Үҙең нисек? Картуф, Аллаға шөкөр, быйыл уңды. Бына иртәгә Ырымбурҙан машина килә, ауылдан картуф һатып алырға. Шуға тип тоҡлап-тоҡлап бер машина картуфты әҙерләп ултырттым.
– Ҡустым, һин уларға һатма. Бына мин иртәгә алмаш водитель-егет менән ҡайтам, фураға тейәп алып Себергә барып һатырбыҙ. Ырымбурҙар аҙ түләй, ә бына Себергә һатһаң бик отасаҡһың.
– Ооо, рәхмәт Тимерйән ағай! Был хәбәрең менән бик ҡыуандырҙың.
Иртәгәһенә иртә менән ҡайтып ингән ағаһы һәм ҡунаҡ егет менән сәй эсеп алғас, тиҙ генә картуфтарҙы тултырҙылар. Унан һуң инде өсәүләшеп юлға сыҡтылар. Көнө буйы рулдә килгән ағаһы Себергә етәрәк йәш егеткә машинаны йөрөтөргә ҡушты ла, үҙе ултырғыс артындағы урынға ятып йоҡланы. Инде ҡалаға еттем генә тигән дә, юл ситендә торған ДПС хеҙмәткәре таяғын болғап туҡтатты.
– Һаулыҡ теләп сержант Иванов. Документтарығыҙҙы күрһәтегеҙ. Нимә ташыйһығыҙ?
Йәш егет документтарҙы сығарғансы Батыр:
– Сәләм, иптәш сержант! Бына документтар. Базаға юл тотабыҙ. Картуф һатабыҙ.
– М-дәә... Әйҙәгеҙ, төшөгөҙ, тикшереп ҡарайыҡ. Бәлки берәй контрабанда алып китеп бараһығыҙҙыр?
– Ниндәй контрабанда? Ауыл картуфы, үҙебеҙҙең баҡсала үҫтергән.
– Ҡарарбыҙ, ҡарарбыҙ.
Тимерйәндең коллегаһы “фура”ның ишектәрен асты. Батыр бер тоҡто аса башлағайны, ЮХХДИ хемәткәре:
– Йә, күпме түләйһегеҙ? – тип һораны.
– Нимәне?
– Штрафығыҙҙы. Бындай йөк менән шәп йөрөргә ярамай.
Батыр аптырап:
– Нисек шәп? Беҙ үҙ яйыбыҙ менән киләбеҙ, бер ниндәй ҙә ҡағиҙә боҙмайбыҙ! – тине. – Беҙҙең хәҙер ҡайҙан аҡса булһын? Бына һатҡас, булыр. Шунан түләрбеҙ.
– Түләнегеҙ, ти. Хәҙер бөтә “фура”ғыҙҙы бушаттырам!
– Иптәш сержант, һеҙгә нимә, аҡса етмәйме?! Беҙ йыл буйы ыҙалап үҫтергән картуфты бында килтереп бушатырға иҫәрме? Быйыл балам Өфөгә уҡырға инде. Уны уҡытырға, аҡса кәрәк. Ауыл кешеһе ошолайтып тауарын һатмаһа, ҡайҙан аҡса алһын?
– Етәр, етәр!
– Ҡайһылай йәш кенә булып өлкәндәргә ҡысҡыраһың?! Үҙеңдең ғаиләң барҙыр? Балаларың? Күптән шулай төндәрен аҡса һығаһығыҙмы?
– Ниндәй аҡса? Мин бөтөнләй бөгөн беренсе тапҡыр нарядҡа сыҡтым. Уныһында ла ҡатыныма, магазиндан ике кило картуф алам, тиеп сығып бара инем. Аҡса талай торған кеше түгелмен.
– Ә хәҙер нимә эшләйһегеҙ һуң?
– Етәр, етәр! Бар, ҡуҙғалығыҙ! Туҡтағыҙ әле! – Сержант борттың эсенә үтеп, тоҡтарҙы тотоп ҡарай башланы. Шунан ике тоҡҡа күрһәтте. – Ошоларҙы минең багажникка алып барығыҙ әле. Ах! Минең ҡатыным ҡайһылай ҡыуанасаҡ! Ике кило урынына – ике тоҡ картуф алып ҡайт әле! Ярай, бар, ҡуҙғалығыҙ!
Батыр йәш водитель егет менән машинаға ултырғас, бер килке һөйләшмәй килделәр. Унан базаға барып еткәс, Тимерйән ағаһы ла уянып төштө. “Картуфтарҙы бушатырға кәрәк”, тиеп машина артына китте. Шунан:
– Егеттәр! Һеҙ минең ике тоҡ “алтын”ымды күрмәнегеҙме?
Был һорауға аптырап ҡалған Батыр менән йәш егет бер-береһенә ҡарашты.
– Мин иртән генә ошонда, үҙемә, тип ике тоҡ ултыртҡайным.
Аптыранған Батыр һорап ҡуйҙы:
– Нимәне?
– Нимәне, нимәне? Ике тоҡ алтынымды!
– Ниндәй алтын ул, ағай?
– Ниндәй, тиеп ни... Бында ер уңдырышһыҙ. Йәшелсәләрем яҡшы уңһын, тиеп иртәнсәк һарайҙан туңған ат тиҙәктәре тултырғайным. Хәҙер уларҙан елдәр иҫкән. Әллә төшөп ҡалған инде?
Батыр менән йәш егет бер-береһенә мут ҡына йылмайып ҡуйҙы.

Т­­­имур РӘХМӘТУЛЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: