Мин дә һүҙ башлауҙы кәрәкле тип тапманым, сөнки яңғыҙы түгел, янында ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. Башта ҡыҙылыр, тип уйланым. Бәлки, яңы ҡатынылыр. Бәлки, бөтөнләй ҡатыны түгелдер.
Беҙ ҡәһүә эсәбеҙ, күрше өҫтәлдәге уҡытыусы коньяк.
Көтмәгәндә ул ҡулына телефонын алды, таныш ҡатын-ҡыҙҙарын бер-бер артлы байрам менән ҡотларға кереште. Күрәһең, яңылышҡандыр, элекке ҡатынының да номерын йыйҙы.
– Гөлкәй? Гөлкәй, мин һине 8 Март менән ҡотлайым. Һиңә һаулыҡ, бәхет. Нимә? Ни өсөн? Нимә инде һин? Былай ғына ҡотлағым килде. Йә-йә, башлама инде. Ниндәй айырмаһы бар? Мин былай ғына ҡотларға теләнем, ә һин үҙеңдекен... Ярар-ярар, аңланым. Ул һинән әллә ни йәш түгел. Нисә йәшкә? Бының ниндәй айырмаһы бар? Эйе, 15 йәшкә. Ә һин һаман бер үк нәмәне тылҡыйһың. 8 Март менән һине!
Телефонын һүндерҙе лә янындағы ҡатын-ҡыҙға өндәште:
– Һинең бындай иҫәрҙе берәй ваҡыт күргәнең булдымы? Барыһын да алдан килешеп, фатирҙы, машинаны ҡалдырҙым. Ә ул һаман үҙенекен...
Янындағы ҡатын үпкәләне:
– Һин мине ниңә ҡартайттың? Мин һинән 25 йәшкә кесерәкмен. Хәтеремде ҡалдырҙың.
– Бәлки, уға, ул минең студентым, тип әйтергә кәрәк булғандыр?!
Уҡытыусы алдындағы коньякты бер тынала бушатты.
Бына шундай 8 Март.
Р. БАТЫРҠАЕВ.