Һиҙҙермәҫкә тырышһа ла Ғәндәлиптең бирешкәне йөҙөнә сыҡҡан. Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел, тигәндәре шулдыр, күрәһең.
– Поликлиникаға килгәйнем, әллә күпме дарыу яҙып бирҙеләр, – тине Ғәндәлип.
– Файҙаһы тейәме һуң? – тип һораны Хисмәтулла.
– Юҡ шул, ҡоро аҡса әрәм итеү генә, – тип зарланды Ғәндәлип.
– Ә һин берәй шифаханаға барып ҡара, – тип тәҡдим итте Хисмәтулла.
– Диңгеҙгә йөрөргә йәшем үткән инде, – тине төшөнкө тауыш менән Ғәндәлип.
– Ниңә һиңә йәһәннәмдәге диңгеҙ буйындағы шифаханалар? Улар үҙебеҙҙең Башҡортостанда ла етерлек: “Янғантау”, “Ҡарағай”, “Танып”, “Ассы”, “Красноусол”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Йәйғор”... Ишеткәнең барҙыр бит?
– Бар ҙа ул...
– Мин яңыраҡ “Йәйғор”ҙа дауаланып ҡайттым, – тип дәртләнеп һөйләне Хисмәтулла. – Һиңә лә барырға тәҡдим итәм.
– Файҙаһы тейәме һуң?
– Теймәһә һөйләп тормаҫ инем, мотлаҡ бар. Һуңынан миңә рәхмәт уҡып бөтә алмаҫһың.
Автобус килгәнсе Хисмәтулла ҡорҙашы Ғәндәлипкә “Йәйғор” шифаханаһы хаҡында байтаҡ мәғлүмәт бирергә өлгөрҙө.
– Иҫке Өфөлә ҡарағайҙар араһында урынлашҡан. Өфө йылғаһы ла алыҫ түгел. Шифаханала йөрәкте лә, үпкәләрҙе лә, ашҡаҙан-эсәкте лә, радикулитты ла, ҡыҫҡаһы, ҡайһы ерең ауырта шуны дауалайҙар. Бассейн, күнекмә залы ла буш тормай. Ашау яғы ла зарланырлыҡ түгел. Ҡалғанын бара ҡалһаң, үҙең күрерһең, – тип хушлашты Хисмәтулла ҡорҙашы менән.
Аҙна-ун көн үтмәне, Хисмәтуллаға Ғәндәлип шылтыратты. Тауышы көр, телефон яңғырап тора.
– Дөрөҫ әйткәнһең икән, – тине ул. – Өс-дүрт көн уҙҙымы-юҡмы, теремекләндем дә киттем. Рәхмәт һиңә, ҡорҙаш!
– Әйттем бит мин һиңә, ә һин ышанмаған булдың.
– Өфө янында ғына шундай шифахана булыуына башта ышанмағайным шул. Баҡтиһәң, бында ял итеүселәрҙе уста ғына йөрөтмәйҙәр икән. Табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла итәғәтле. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. Кистәрен теләгән кешеләрҙе концерт-спектаклдәргә йөрөтәләр. Йәшәгән бүлмәләребеҙ уңайлы, йылы, яҡты, телевизор, һыуытҡыс бар. Гәзит-журналдар уҡып кинәндем. Үҙең беләһең, пенсия аҡсаһына өҙөп-йолҡоп яҙылған район гәзитен дә ауылда ваҡытында килтермәйҙәр. Ә бында “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәре, “Һәнәк”, “Ағиҙел” журналдары...
Ҡорҙаштар күңелдәре булғансы әңгәмәләшә алманы. Ғәндәлиптең бассейнға барырға ваҡыты етеп килә икән. Улар киләһе йылда “Йәйғор”ҙа бергәләп дауаланырға, ял итергә килешеп хушлашты.
Б. МУЛЛАБАЕВ.