Бер көн кис баҫыуҙан ҡайтҡас, клубта ығы-зығы башланды. Юра Сазыкин уртаға сығып, шарап шешәһен асты ла, уны борғосо позаһында бер тынала бушатты. Ҡул сабалар – Юра кем менәндер бәхәсте отҡан!
Барыһы ла һәйбәт, тик шарап үҙен һиҙҙерә шул. Ярты сәғәттән һуң ишек ҡаҡтылар, ашнаҡсы ҡатын инде.
– Берәйегеҙ кухняла эшләргә теләмәйме? Ул ауыр эштән – картуф йыйыуҙан тулыһынса азат ителәсәк.
Эше лә күп түгел – иртән биштән тороп, кухняла ярҙамлашырға! Шул ғына. Шунда, “Ы” операцияһы” фильмындағы кеүек, Юра һикереп торҙо ла ҡысҡырҙы:
– Мин!
Артабанғы өс көндә колхозда көн-төн ямғыр яуҙы. Эшкә йөрөмәнек. Тик Юра ғына иртәнге биштән...
А. ҒИМРАНОВ.