Шар шартланымы ни! Шаҙра Шәһиҙәнең шаҡмаҡ шәкәре шкафтағы шәрбәтенә шапылданы. Шахматсылар шомландылар, шыртланылар шулай ҙа. Шәһиҙә шаңҡыуынан шыбырланы:
– Ш-ш-шайтаныма шарылдайыңмы? Шымығыҙ, шаҡылдаталар.
…Шешмәкләнгән Шәүәли:
– Шәпмеһегеҙ? Шоссела штраф шапылдаттылар, шамбы шаңҡытҡайным, шамбыларым шалҡан шикелле. Шажлатаңмы?
– Шылдырмайыңмы? Шапырынаһың.
– Шаяртам. Шаһыбалыңдың шөғөлө шәп. Шаҡтай шаҡарма шаҡарған.
Шәһиҙә, шешәһен шәйләп, Шәүәлиҙе шелтәләне:
– Шифаһыҙ шарапҡа шимпанзе шикелле шашаһыңмы?Шешенгәнһең.
– Шулай шул. Шкафты шылдырғайным, шешәне шәйләп, шатлыҡтан Шаһыбалыңа шылдым.
Шәһиҙә Шәүәлиҙең шишәмбенән шәмбегәсә шарап шопторлатыуына шаһит. Шәһәрҙәге шифаханаға шофёр Шамилдан шылдыртып шәбәйттереү шарт. Шулайтмаһаң, шап-шаҡтай шәп Шәүәли шәм шикелле шиңәсәк.
Шулай.
Филүрә МОРАТШИНА.
Фото: infourok.ru