+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
15 Март 2022, 13:00

Хыянат

Кис көнө һуң ғына ярым буш автобуста эштән ҡайтып барам. Минән алыҫ түгел ғашиҡтар ултыра, улар наҙлы сөкөрләшә, ҡосаҡлаша, үбешә.

Хыянат
Хыянат

Ҡаршыларында һалмыш ағай, банканан шым ғына һыра һемерә.
Бер-береһенә мөкиббән ғашиҡ парҙың башҡаларҙа ҡайғыһы юҡ, ҡосаҡлашалар ҙа үбешәләр, әйтерһең, автобуста үҙҙәре генә. Дөрөҫөн әйткәндә, ғәм халыҡ алдында мөхәббәт уйнаусыларҙы өнәп етмәйем, шуға күрә ҡарашымды тәҙрәгә күсерҙем.
Һыра тотҡан ағай тамаҡ ҡырып иғтибарымды йәлеп итте. Ул “татлы парға” аҡайып ҡараны:
– Ҡайҙа икәнегеҙҙе онотмағыҙ! Онотһағыҙ, иҫегеҙгә төшөрәм: һеҙ йәмәғәт транспортында! Етер ялашыу!
– Һин дә өйөңдә диванда һыра эсмәйһең! Ауыҙыңды яп! – тине ҡатындың ирененән айырылып йәш ир.
Ағай нимәлер әйтергә теләне, ләкин тыйылды. Шунан ҡатындың телефоны телгә килде, ул экранға ҡараны, ирҙе әп иткәс, саҡырыуға яуап бирҙе.
– Эйе, Сәлимйән… Мин Вәлимә менән эш артынан йөрөйөм… Эйе… Әҙерәк тотҡарланам, беҙгә тағы бер нисә ерҙә булырға кәрәк. Һин Рустикты ашаттыңмы? Йоҡларға ятҡырҙыңмы?..
Шунда ағайҙың түҙемлеге шартланы. Ул тороп баҫты ла бар автобусҡа ҡысҡырҙы:
– Сәлимйән, ул һине алдай! Ул үҙенең һөйәре менән, 102-се маршрутта, ул һиңә хыянат итә!..

Р. КУЛИБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: