+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
17 Март 2022, 17:00

Аңлайышлы ла кеүек үҙе...

Иртәгә үк дауаханаға барып килергә кәрәк, кисектерергә ярамай. Бер ере лә ауыртмай үҙе Рәшиҙәнең. Температураһы нормала, сөскөрмәй, йүткермәй ҙә, тымау ҙа төшмәгән. Йәғни бер генә ауырыу билдәһе лә, симптомы ла юҡ.

Аңлайышлы ла кеүек үҙе...
Аңлайышлы ла кеүек үҙе...

Шуға күрә дауаханаға барырға булды ла инде. Ә нисек бармайһың! Әле генә яңылыҡтар таҫмаһынан уҡыны: радиоға интервью биргәндә берәү: симптомдарһыҙ ауырыусылар табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итмәйҙәр тине, шундайҙарҙың эгоистлығы арҡаһында, статистика күрһәткестәре лә бик дөрөҫ үк булмай икән. Ә Рәшиҙәнең бер ҙә генә күрһәткестәр боҙоп ултырыусы эгоист булғыһы килмәй әле... Барыуын барыр ҙа ул, тик ни тип әйтергә һуң? “Сир билдәләре юҡ, шуға күрә килдем”, – тиергәме? Хәйер, нимә аптырап ултырырға әле. Яңылыҡтар таҫмаһындағы теге берәүҙең фекерен принтерҙан ғына сығарып алырға ла, шуны тотоп барырға. “Ниңә килдең, ҡайһы ерең ауырта?” – тип һораштыра башлаһа, тотаһың да ошо ҡағыҙҙы табипҡа күрһәтәһең. Бер нәмә лә борсомауға ҡарамаҫтан килеүенең сәбәбен доктор шунан үҙе аңлар әле.

Ә Рәшиҙә үҙе күп әйберҙе аңлап та бөтмәй, аңлата ла белмәй ул. Бына, мәҫәлән уларҙың фатиры бейек, күп ҡатлы, лифтлы йорттоң беренсе ҡатында. Һәйбәт кенә яңы йорт. Лифтлы булыуы ла шәп, ә Рәшиҙәгә ул булды ни ҙә булманы ни, күсеп килгәндән бирле бер ҙә йөрөп ҡарағаны юҡ шунда. Шулай булһа ла, ул лифтта Рәшиҙәнең өлөшө ла бар. Бар ғынамы һуң, ҙур икән. Ул уны әле күптән түгел генә белде. Өҫкө ҡаттағы күршеһе Румия ингәйне. Кресло янындағы бәләкәй өҫтәлдә ятҡан түләү ҡағыҙын күреп ҡалды ла:  “Ҡара әле, Рәшиҙә апай, һеҙ лифт өсөн беҙгә ҡарағанда ла күберәк түләйһегеҙ икән бит. Бына ҡыҙыҡ. Элек беренсе ҡаттыҡылар түләмәй ине, шикелле. Әле лә шулайҙыр тип белә инем”, – тине аптырап. Счёт-фактура тигән ҡағыҙҙы Румия менән бергәләп ҡат-ҡат ҡаранылар. Лифт өсөн түләү фатирҙың квадрат метрҙарынан иҫәпләнә икән. Йәғни: Румиялар ғаиләһендә өс кеше, улар алтынсы ҡаттағы илле биш квадрат метрлы фатирҙа йәшәй. Рәшиҙәләрҙеке алтмыш квадратлы, улар ҙа өсәү тора. Румиялар фатирынан һәр ҡайһыһы лифт менән көнөнә бер төшөп, бер менһә лә, йәмғеһе алты тапҡыр була. Улар был “транспорт” өсөн 200 һум түләй ҙә ай буйы рәхәтләнеп лифтта йөрөйҙәр. Рәшиҙәләрҙең лифт яғына боролоп та ҡарағаны юҡ, кәрәге сыҡмағас, әммә улар тегеләргә ҡарағанда күберәк түләй әле, сөнки фатирҙары ҙурыраҡ. Шулай булғас, лифттағы өлөштәре лә күберәк. Бер ҡараһаң, аңлайышлы кеүек тә үҙе... Тик барыбер Рәшиҙә аңлап бөтмәй. Законы шундай икән уның. Ә законды аңларға барыһы ла тейеш түгел, уны үтәргә генә кәрәк. Бөтөнләй ахмаҡ түгел дә һуң Рәшиҙә, уныһын ғына белә.

 

Гөлфания НӘЖМИЕВА.

http://www.tatyash.ru/index.php?issue=12528&file=160.htm

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: