Машиналар туҡталышҡа етер алдынан әкренәйә, кешеләргә бысраҡ һыу сәсрәтмәҫкә тырыша. “Мерседес”тан тыш. Ул тиҙлеген кәметергә уйламаны ла. Алдан уҡ ситкә барып баҫтым, шуға күрә башҡалар кеүек һалҡын һыу аҫтында ҡалманым.
Номерын күреп ҡалайым тип, тротуарға ырғылдым. Шунлыҡтан ярһыған төркөмдән кемдең машинаға таш бәргәнен күрмәй ҡалдым. Таш иһә “Мерседес”тың тап артҡы тәҙрәһенә эләкте. Шоферы – утыҙ йәштәр тирәһендәге егет – әллә аңрараҡ инде, шунда уҡ тормозға һалды, ҡысҡыра-ҡысҡыра янап, ҡулдарын бутап, туҡталышҡа табан йүгерә башланы. Ләкин бер нәмәне иҫәпкә алманы: туҡталыш завод янында, унда эшләүселәрҙең күбеһе сөйәлләгән ҡуллы әзмәүерҙәй ир-аттар. Был уға бик һуң барып етте. Ул арала егерме бишләп кеше уға ҡаршы ташланғайны инде. Егет кире боролдо, хатта машинаһына ултырырға өлгөрҙө, ләкин ишекте ябырға һуңланы. Шунда уға эләкте лә инде...
Биш минуттан кешеләр таралышты. Машина бер ситтә етемһерәп тора,тәҙрә быялалары ватыҡ, шиналары тишек, көҙгөләре юҡ. Бысраҡҡа батҡан хужаһы шул уҡ күләүектә йыуынып маташа.
Дөрөҫөн әйткәндә, ул бынан һабаҡ алдымы-юҡмы икән, белмәйем. Ләкин кешеләргә хөрмәт менән ҡарарға кәрәклеген аңлатыуҙарын бер нисек тә кире ҡағып булмай.
К. МУЛЛАБАЕВ.
Фото: smartik.ru