+16 °С
Болотло
– Дөрөҫ түгел, 365 йәки 366 тип әйтергә кәрәк ине. Ошо нәмәләрҙең ҡайһыһы артыҡ: ҡалаҡтар, сынаяҡ, шәкәр?
– Ҡалаҡтар (улар – күплектә, ҡалғандары берлектә, тип уйлағайным).
– Дөрөҫ түгел! Шәкәр артыҡ, ул сәйҙә иреп юҡҡа сыға. Нәмә артыҡ: танаумы, күҙҙәрме йәки ҡаштармы?
– Танау, сөнки ул берәү генә, ҡалғандары парлы.
– Дөрөҫ түгел! Ҡаштар – артыҡ, улар ағза түгел!
Психиатр медицина тикшереүен үттең, тип ҡул ҡуйҙы ҡуйыуын. Тик хәҙер мин бер нәмә лә аңламайым.
Т. ҒАТИНА.