Мин дә йылмаям, күҙҙәремде йәшерәм, көтәм...
Алда минең туҡталыш. Төшмәҫкә булдым. Уйлайым: танышырғамы-юҡмы, тип икеләнәлер, күрәһең. Туҡталышҡа етәрәк ишеккә атланы, мин уның артынан, йәнәһе, төшәм. Шунда ул эйелде лә бышылданы:
– Ғәфү итегеҙ, һылыу, һеҙгә бер нәмә әйтергә мөмкинме?
Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына йылмаям:
– Әлбиттә!
– Минеңсә, һеҙ күлдәгегеҙҙе тиҫкәре яғы менән кейгәнһегеҙ.
Лейтенант төшөп ҡалды, ә мин ауыҙымды асып ҡатып ҡалдым...
Б. ИШЕМҒОЛОВА.