***
Мин эскәндә самамды беләм. Ҡолаһам, тимәк, еткән.
***
– Һиңә күпме ҡояйым?
– Үҙеңә күпме ҡойһаң, миңә лә шулай.
– Үәт, исмаһам, эсәһең!
***
Магазинға икмәк алырға инһәм, кассала «Акция! Бер литр араҡы алыусыға томат һуты бүләккә!» тип яҙылған. Үлтереп һут эскем килә башланы.
***
– Үҙеңде ҡулға ал!
– Булмай, ҡулымда һыра.
***
Самогон – дошман, ҡыуығыҙ!
***
Байрамдар тамамлана, халыҡ айыға. Һуңғы осорҙа ике иҫерек кеше генә күрҙем, уларҙың береһе мин инем.
***
– Миңә һинең менән рәхәт, һин миңә оҡшай башланың бит әле.
– Миңә лә рәхәт, мин һиңә ғашиҡ булдым шикелле.
– Әйҙә, тулы бәхет өсөн тағы ла йөҙәр грамм кәгәбеҙ.
Р. АЙНЫҠШИН.