Ул бер килке счетта һикереүсе һандарға моңһоу ҡараш ташлағас, миңә мөрәжәғәт итте:
– Ҡара, ни эшләйҙәр, ҡәбәхәттәр, ә?
– Ә? – мин инҡар итмәйенсә ризалаштым.
– Был бит көпә-көндөҙ талау!
– Һеҙ ҡәһүә тураһындамы? Ысынлап та, бер стаканға 200 һум – беләһегеҙме, был...
– Бында ҡәһүәнең ниндәй ҡыҫылышы бар?! Тиҙҙән бензин ҡәһүәгә ҡарағанда ла ҡиммәт торасаҡ.
– Ә ҡәһүә тәмлерәк, – инҡар итмәйенсә ризалаштым.
Ир миңә баштан-аяҡ шиксел ҡараны.
– Күреүемсә, һине бензин хаҡы тамсы ла ҡыҙыҡһындырмай шикелле. Һин, нимә, миллионермы әллә?
– Миллионер – аҡсам тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, – инҡар итмәйенсә ризалаштым.
– Ләкин һиңә, барыһы кеүек үк, тығында торорға тура киләсәк!
– Юҡ, мин тығында тормаясаҡмын.
– Нисек?! Вертолетың бармы ни?
– Эйе. Ике тәгәрмәсле, – инҡар итмәйенсә ризалаштым. Стаканды сүп һауытына ырғытҡас, сәпидкә атландым.
– Ҡәбәхәт! – артымдан тауыш ишетелде.
Эйе, пролетариат миллионерҙарҙы яратмай...
Р. ҠОРБАНОВ.