Йәннәт, Йәмил – йорттарының йәме. Йондоҙҙар йымылдаһа ла йоҡламайҙар, йылғырҙар, йүгерешәләр, йомошҡа йөрөмәйҙәр. Йәмиғәне йонсоталар. Йылынмаған йор йылғала йөҙөп, йүтәлләгәндәр. Йәмиғә:
– Йүнһеҙҙәр!
Йомағол йоҡлап йөрөмәй, йүнсел. Йәмиғә йыйынсаҡ, йылманлап йөрөмәй. Йомағол йүткерҙе, Йәмиғә:
– Йәрхәмбикә!
Йомағол, Йәмиғә, йорттарын йоҙаҡлап, йылдың-йылы йомала йәрминкәгә йөкләп йөрөй. Йәрминкә йомарланған майҙарҙы, йөҙҙәрсә йомортҡаны, йәшник-йәшник йәшелсәне йылдам йота.
Йыйырсыҡлы Йомағол Йәмиғәһенән йәшереп йәрминкәлә “йәшел йылан” йомдорҙо. Йомдора-йомдора йомшарҙы, йүгәнһеҙләнде, йүнһеҙ йыр йырланы. Йәмиғә йәберһенде, Йомағолға йәбеште, йоҙроҡлап йөҙөн йыртты.
– Йүнкеттең, йән йолҡҡос!
Йомағол йөн йомғаҡтай йомарланып йырғанаҡҡа йығылды. Йәмиғәнең йәне йәһәннәмгә йомолдо:
– Йәннәт, Йәмил – йәтимме?!
Йөрәкһенгән Йәмиғә йүпәләй-йүпәләй йыр йырланы:
Йәнкәй-йәнәш, йөрәккәйем,
Йәренгә йәйләүҙәрҙә йәйләрбеҙ.
Йылмайып йондоҙҙарҙы йәмләрбеҙ,
Йәшендәй йәшнәп йәшәрбеҙ.
Йомағол йәнләнде. Йәмиғәнең йөрәге йылынды, Йомағолдоң йөҙөн йодланы. Йорттарына йүнәлделәр. Йәннәт, Йәмил йәнфарман Йомағол, Йәмиғәгә йүгерҙе:
– Йыуаса!
Х. ХӘРЕФШИН.
Фото: Pinterest