Балалар сөгөлдөр һурпаһын ялт иттереп ҡуйғандар. Шунан әсәләре быларҙан:
- Ә кем бутҡа ашай? – тип һораған.
- Миңә, миңә бутҡа! – тип йәнә ҡысҡырып ултыра ти өлкәне. – Күберәк һал, әсәй, йәме!
Балалар бутҡаны ла һыпыртып ҡуйғандар. Инде әсәләре быларҙан:
- Йә, ҡайһығыҙ йылҡы көтөргә бара?
- Беҙ, беҙ! – тип кемуҙарҙан ҡысҡырған кесе малайҙар, ә ағалары өндәшмәй, ти.
- Ә һин ниңә өндәшмәйһең? – тип һораған әсәһе өлкән улынан. – Ашағанда барыһынан да күберәк һин ашаның, ә эшкә тигәндә, ауыҙыңа һыу ҡапҡандай булдың.
- Эйй, әсәй, – тип үпкәләп яуап биргән ти малай. – Мин ике эшеңде лә башҡаларға ҡарағанда күберәк эшләнем, инде өсөнсөһөн дә миңә ҡушырға уйлайһыңмы?
Фото: zen.yandex.tm