+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
22 Март 2022, 16:00

Стриптиз

Цехтағы ҡатындар кейемдәренә “Связь” тип яҙылған егеттәрҙең стеналарға видеокамералар беркетеп йөрөгәнен ситтән генә күҙәтте. Йыш-йыш һуланылар. Күкрәктәре бер менде, бер төштө.

Стриптиз
Стриптиз

- Эште шунан башлаясаҡ тигәйнеләр шул. Тәки дөрөҫ булып сыҡты, – тип Дәминә хеҙмәттәше Вәсиләнең бөйөрөнә төрттө.

- Әйтмә, – тип алып китте тегеһе. – Элек эшләгән ерендә лә бүлмә һайын видеокамера ҡуйҙырып, экранға ҡарап, креслоһында салбар туҙҙырып ултырған тиҙәр. Етмәһә, бәҙрәф алдына ла ҡуйырға хыяллынған ти, имеш. Ярай әле, эшселәр араһында бик әтчәйний ҡатын булған. Юлына арҡыры төшөп: “Зиннәт Зиннурыч, хәҙер ноябрь, ә беҙ авгусҡа ла аҡса алмағанбыҙ”, – тигән. “Ала ҡарғанан алаһың булһын. Тәүҙә урлашыуҙарҙы бөтөрөргә кәрәк әле”, – тигән тегеһе. Шул...

- Камераға аҡса тапҡан, оятһыҙ икән, – тип ҡыҫыла Ғәмбәриә уға һүҙен әйтеп бөтөрөргә лә ирек бирмәйсә.

- Беҙҙе төнгө сменала эшләгәнде өйөнән генә күҙәтеп ятасаҡ инде был. Етмәһә, минең төнлә күлдәкте күтәреп ҡорһағымды тырнай торған ғәҙәтем бар. Хәҙер нишләмәк кәрәк, – тине Дәминә ҡайғыға батып.

- Ҡорһаҡ тиһеңме, тәк-тәк ҡорһаҡ... – тине Вәсилә башына бик аҡыллы фекер килгән ҡиәфәттә. – Шәп идея. Былай булһа, яңы директорҙы беҙ тиҙ аҡылға ултыртасаҡбыҙ.

- Нисек итеп? – тейештеләр цех ҡатындары.

- Ҡайһығыҙ директор ҡатынының телефон номерын белә? – тине Вәсилә һорауға һорау менән.

- Мин, – тине быға тиклем һүҙгә ҡушылмаған Хәбирә.

- Вацаплымы?

- Эйе.

- Булды...

Төнгә ҡарай Зиннәт Зиннурыч, компьютер ҡабыҙып, цехтағыларҙың эшен күҙәтеп алырға ниәтләне. Илке-һалҡы йөрөмәйҙәрме, сумкаларына хәрәм ризыҡ тултырмайҙармы? Цехтағылар иһә шуны ғына көтә ине. “Директор телефонын ҡушты, әҙерләнәбеҙ. Ә һин, Хәбирә уның ҡатынына тиҙерәк СМС ебәрә һал”, – тип әмер ҙә бирелде. “Ирең стриптиз ҡарай”, тигән тейешле хәбәр ҙә адресатҡа йәшен тиҙлегендәй барып етте.

... Был минутта мониторҙан цехтағы ярым-шәрә ҡатындарҙың яланғас ҡорһаҡтарын ялтыратып, шәреҡсә дәртле бейегәндәрен күргән Зиннәт Зиннурыч өнһөҙ ҡалды. Артында йоҡо бүлмәһенән ыжғырып сыҡҡан көнсөл ҡатыны баҫып торғанын да абайламаны. “Ах, һин ике аяҡлы хайуан, бында күҙҙәреңде таҫрайтып, минән ҡасып, стриптиз ҡарап ултыраһыңмы! Хәҙер күрһәтәм мин һиңә стриптиз!” – тип ярһыны ул бөйөрөнән сыҡҡан тауыш менән. Таяҡ һәр ваҡыт ике башлы була. Ҡатыны ҡулындағы уҡлау, шуны раҫлағандай, бер осо менән Зиннәт Зиннурычтың баш түбәһен ҡайыҙлаһа, икенсе осо мониторға килеп бәрелеп, экранды селпәрәмә килтерҙе...

Икенсе көндө директор йортонда ҡупҡан мәхшәрҙе ишеткән цех ҡатындары Зиннәт Зиннурычты йәлләп: “Эске күлдәкте һалмаһаҡ та булған икән”, – тиештеләр.

Фәнил МӘҮЛЕТОВ.

http://www.tatyash.ru/index.php?issue=12472&file=160.htm

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: