Ә ул бер үҙе булғас, әллә ни ҡыйрата алмай. Күп ҡалманы инде, тағы бер-ике сәғәт тырышһа – бөтә. Һабан таҡҡан тракторҙар урамда тыр ҙа пыр килеп саҡырыу көтөп кенә йөрөйҙәр ҙә бит, тик бигерәк ҡыйбат алалар. Ә Хәсибәгә һәр тине ҡәҙерле, шуға уларға өндәшеп торманы. Дүрт кенә сутый ерҙе үҙе лә ҡаҙыр, тәүге тапҡыр түгел бит...
Арыуыҡ эшләп, ялға туҡтаны. Шул саҡ күҙе янында өйөрөлгән сыбар әтәскә төштө. “Вәт, хәйләкәр, әй! Ҡара ерҙең тупрағын әйләндереп һалғас, аҫтағы бөтә бөжәк-селәүҙәр өҫкә ҡалҡып сыҡҡанын белә. Рәхәтләнеп һыйланырға инде иҫәбе,” – тип уйланы ул. Тик яңылышты. Сыбар әтәс ер аҫтына инеп ҡасырға маташҡан селәүсендәрҙе һөйрәп сығарып, бер урынғараҡ йәтешләп һалды ла “Ҡот-ҡот-ҡот!” тип тауыҡтарын саҡырҙы. Тегеләре шуны ғына көтөп торғанмы ни, тырым-тырағай һибелгән ерҙәренән кем уҙарҙан йүгерешеп килә һалып, өйөлөшөп ятҡан ҡыҙыл селәүҙәрҙе һоғоноп та ҡуйҙы. Ул арала әтәс тағы эҙләнеп йүгерҙе, тағы әҙерләне...
– Ана бит, хатта әтәстең әтәсе тауыҡтарын аҫрай. Эх...
Эшен тамамлаған Хәсибә моңһоуланып өйөнә ҡарай атланы. Ә өйҙә уның бер ҡайҙа ла эшләмәгән, ер ҡаҙырға ла йыбанған ире, диванда ҡырын төшөп ятып, телевизор ҡарай ине...
Зөлфиә МУЛЛАҒОЛОВА.