2. Ысын бесәй хужаһына күңелһеҙләнергә ирек бирмәй. Уға һәр ваҡыт йырлай, йыр төндә бигерәк тә һәйбәт яңғырай.
3. Ысын бесәй хужаһының юрғаны аҫтына берәй ен-бәрей инмәнеме икән тип тикшерә. Әгәр бер кем дә булмаһа, үҙе инеп ятып, хужаһын һаҡлай.
4. Ысын бесәй хужаһын башҡа монстрҙарҙан да һаҡлай. Уныңса, быны уның күкрәгендә йәки битендә ултырып эшләү яҡшыраҡ.
5. Ысын бесәй хужаһын ҡурҡыныс төштәрҙән һаҡлай. Хырылдай башлау менән уны мотлаҡ уята.
6. Ысын бесәй хужаһына эшкә барырға һуңларға юл ҡуймай. Йыйынырға ваҡыт етһен өсөн уны теүәл алтыла уята.
7. Ысын бесәй хужаһына өйҙә фитнес ойоштора. Ул иҙәнгә бөтә әйберҙәрҙе һәм уйынсыҡтарҙы ырғыта, сөнки эйелеү – иң тәьҫирле күнегеү.