+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
27 Март 2022, 13:05

Карлсон ярҙамлашты

Кисә дуҫымда булдыҡ. Араҡы йә һыра эсергә йыйынғайныҡ, тик ҡатын­дарыбыҙ сыйылдашты. Беҙҙең күтә­ренке кәйефте сәй менән төшөрҙөләр.

Карлсон ярҙамлашты
Карлсон ярҙамлашты

Сәй эсеп ултырғанда Таһир (дуҫым минең) өҫтәл аҫтынан аяғы менән төрттө.
– Беҙ балконға тәмәке тартырға сығабыҙ.
Бер нәмә аңламаһам да уға эйәрҙем. Балконда ҡармаҡ сыбығынан башҡа бер ни ҙә юҡ. Береһен миңә бирҙе, икенсеһен үҙенә алды.
– Һин нимә? Әллә сәйҙән иҫерҙеңме? – тип һорайым тегенән. Ул миңә аңлата:
– Ошонан еп өҙөп ал да элмәк яһа!
Шул тиклем ныҡ тулҡынландым, әллә быға сәйҙән аҡылына зыян килде инде, тип уйлайым.
– Әйҙә, лутсы тәмәке тартабыҙ, – тим.
– Өлгөрөрбөҙ. Ә хәҙер бер литр араҡы тотабыҙ ҙа ошонда уҡ төшөрәбеҙ, – тип белдерә бер нәмә лә булмағандай.
– Һин нимә, әллә аҡылдан шаштыңмы? – тим ни әйтергә лә белмәй. Һигеҙенсе ҡат, ҡармаҡтар, “03” саҡыртырға кәрәктер, бәлки. Ә ул көлә, аҫтағы етенсе ҡаттағы балконға төртөп күрһәтә. Ҡараһам, биш йәшник “аҡбаш” теҙелеп ултыра.
– Күреп ҡалһалар, исемдәребеҙҙе лә һорап тормай, муйынды борасаҡтар.
– Ҡурҡма, ул эсмәй, ҡыҙының туйына алғайны, ә туй булмай, – ти ул.
Тиҙ генә еп өҙөп алдым да элмәк яһаным. Шунан Таһир менән “балыҡ” тота башланыҡ. Ул беренсе булып тотто... Астыҡ, эстек. Кухняға сығып ҡабымлыҡ алдыҡ. Яңынан балконға сыҡтыҡ. Йәнәһе, тағы ла тәмәке тартабыҙ. Ҡыҫҡаһы, икенсе “балыҡ”ты ла бушаттыҡ.
Бүлмәгә ингәндә аяҡтарыбыҙҙа саҡ баҫып тора инек. Ҡатындарыбыҙҙың күҙе маңлайҙарына менде. Улар балкондың буш икәнен, ҡармаҡтарҙан башҡа унда бер ни ҙә юҡ икәнен яҡшы белә.
– Кем һыйланы? – тигән һорауға иҫерек булһа ла Таһирҙың яуабы әҙер ине:
– Беҙгә Карлсон ярҙам итте!

Ю. ҒИЛМАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: