+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
29 Март 2022, 11:00

Пеләш

Ғүмәр утыҙҙан һуң пеләшләнә башланы. - Бына, һинең менән ыҙа сигеп йәшәй торғас, йәп-йәш килеш сәсем дә ҡойола, – тине ул көндәрҙән бер көндө ҡатынына.

Пеләш
Пеләш

- Ғүмер буйы этлек уйлап йөрөгәнгә ҡойола һинең сәсең, – тине тегеһе иҫе лә китмәй. – Ыҙа сиккәндән сәс ҡойолһа, минең сәсем генә түгел, әллә нәмәләрем ҡойолоп бөткән булыр ине инде.

Ғүмәр көрһөнөп кенә ҡуйҙы. Ысынлап та, урыҫ әйтмешләй, ҡатын бында непричум...

Пеләшләнә барған башты кесерткән, әрекмән һыуы менән йыуыу ҙа, араҡы менән ышҡыу ҙа, сусҡа майы һылау ҙа ярҙам итмәне, түбәләге “ялан” ҙурайғандан-ҙурая ғына барҙы. “Әллә аҫылынырға инде?” – тигән уйҙар ҙа килгеләне Ғүмәрҙең башына. Һуң, пеләш баш менән был донъяла нисек йәшәмәк кәрәк? Әллә ҡайһы бер әртистәр кеүек парик кейергәме?

Шулай пеләшләнеп, ыҙаланып ятҡан көндәрҙең береһендә, күршеһе Зөфәр Ғүмәргә күрше райондағы сыуаш ҡарсығына барырға кәңәш итте.

- Уның кеүек ырымсы донъяла ла юҡтыр, малай, – тине ул. – Аяҡһыҙҙарҙы – аяҡлы, билһеҙҙәрҙе билле яһай ти. Дауаламаған сире юҡ икән. Барып ҡара әле һин шул ҡарсыҡҡа.

Ғүмәр оҙон-оҙаҡ уйлап торманы. Күршеһе әйткән ауылға юл тотто.

...Оҙаҡ ҡына эске бүлмәлә ҡайнағас, сыуаш ҡатыны унан бер шешә ниндәйҙер ҡыҙғылт шыйыҡса тотоп сыҡты.

- Бына, – тине ул. – Көн һайын иртән һәм кис берәр сәй ҡалағы эсерһең. Һалҡын урында ғына һаҡла. Ошо шешәне эсеп бөтөрөргә кәрәк. Хаҡы – мең тәңкә.

Ғүмәр уға ҡыштырлап торған ике биш йөҙлөктө тотторҙо ла сығыу юлын ҡараны.

- Иҫеңдә тот – көнөнә ике ҡалаҡтан артыҡ эсмә, – тип имсенең ҡысҡырып ҡалғанын ҡолағына ла элмәне ул.

Өйөнә ҡайтып етеү менән ашыға-ашыға шешәне асып, тәүләп шыйыҡсаны еҫкәп ҡараны. “Ҡыҙыл араҡы еҫе лә килгән кеүек, – тип уйлап алды ул. – Әллә эсеп ҡарарғамы? Нисек тине әле, бер стаканмы?”

Ғүмәрҙең тиҙерәк сәсле булыу теләге шул тиклем көслө ине, ул түҙемһеҙлек менән дарыуҙы сынаяҡҡа ҡойҙо. Эсемлек ашҡаҙанына яҡшы ғына төшөп ултырғас, көҙгө янына барып таҡырлана барған башына ҡараны. Әлегә сәс-маҙар күренмәй.

Кире өҫтәл янына барып ултырҙы. Йоҡоһо килеп, тәне эҫеләнеп киткән кеүек тойолдо. “Нисек әйтте әле теге ырымсы, ошо шешә, етә, тинеме?”

Дарыу тәьҫиренә йоҡоға талған ир ҡатыны Санияның эштән ҡайтыуын да, урамдан уйнап кергән балаларының да сыр-сыуын ишетмәне. Төн үтеп, таң һиҙелә башлағанда ғына бөтә тәненең үлтереп ҡысытыуына уянып китте. Тырнашып та ҡараны – ҡысытыу баҫылманы. Ул үҙен әсәнән тыума килеш ҡырмыҫҡа ояһына эләккәндәй хис итте. Түҙә алмайса, өҫтөндәге күлдәген һалып бәрҙе лә, кинәт, ниҙәндер шикләнеп, һәрмәнеп утты ҡабыҙҙы. Үҙенең шәрә йөнтәҫ ҡулын күреүҙән иргә эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ғүмәр осоп тиерлек көҙгө эргәһенә барҙы. Уға унан маймылдан бер нәмәһе менән дә айырылмаған йөнтәҫ кәүҙәле... пеләш ир ҡарап тора ине.

Илфак ШИҺАПОВ.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: