Хатты өҫтәлгә ҡуйған да, ҡатынының эштән ҡайтыуын көтөп, карауат аҫтына инеп йәшеренгән.
Ир бының аҡыл ултырмаған йәш-елкенсәк эше икәнен аңлаған-аңлауын, ләкин ҡатынының үҙенә ҡарата тойғоларын да бик белгеһе килгән. Ҡатынының ысын күңелдән борсолоуын, сәстәрен йолҡа-йолҡа илай башлауын, таныш-белештәренә шылтыратырға тотоноуын күрергә өмөтләнгән ул.
Дүрт күҙ менән көткән ҡатын, ниһайәт, ҡайтҡан, хатты күргәс тә уҡыған. Бер килке тын торғас, ҡағыҙға нимәлер өҫтәп яҙған. Күңелле көй көйләп, бейей-бейей өҫтөн алмаштырған. Ире көткәнсә, ҡара ҡайғыға батаһы урынға, ул үҙен сикһеҙ бәхетле тойған.
Ир шаҡ ҡата, ни уйларға ла белмәй, йәшеренгән урынынан сығырға шөрләй.
Ә ҡатын иһә бер нәмә лә булмағандай телефон трубкаһын ала ла һандар йыйырға керешә. Ир ҡатынының кем менәндер ҡыуана-ҡыуана йылмайып һөйләшеүенә ҡолаҡ һала:
– Сәләм, ҡәҙерлем! Мин йыйынып бөттөм, хәҙер һинең янға осам. Теге иҫәрҙе сигенә еткерҙем, мине ташлап китте. Аптырап бөтә алмайым, уға нисек кейәүгә сыҡтым икән? Һинең менән элегерәк осраша алмауыбыҙ бигерәк йәл. Күрешкәнгә тиклем, ҡәҙерлем!
Ҡатын трубканы һалғас, бүлмәнән сыға. Бер аҙҙан ишектең асылып-ябылыуын ишетә – китте! Теге ир янына! Борсолған һәм күҙҙәренә йәш тығылған ир карауат аҫтынан көс-хәл менән сыға ла ҡатынының хатҡа өҫтәп яҙғандарын уҡый: “Мин һинең карауат аҫтынан күренеп торған аяҡтарыңды күрҙем. Мин магазинға икмәккә сығып керәм”.
А. ИҪӘНҒОЛОВ.