+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
31 Март 2022, 13:00

Обой

Дуҫым бер нисә йыл осрашып йөрөгән ҡыҙына өйләнде. Һәр ваҡытта була торғанса, кәләшенең сәйер яҡтары һуңғараҡ асылды.

Обой
Обой

Яллап йәшәгән бүлмәләренән ипотекаға алған фатирҙарына күскәс, йәмғиәттең яңы ячейкаһы ремонт менән шөғөлләнде. Эш күп, ял көндәре, байрамдар һәм кистәр төҙөлөш туҙаны йотоп үтә. Ләкин һәр эштең осо күренгән һымаҡ, ремонт та тамамлана. Аяҡ тибеп, рәхәтләнеп йәшә лә йәшә.
Көндәрҙән бер көндө йәш кәләш былай тип белдерә:
– Обойҙы дөрөҫ һайламағанбыҙ. Әйҙә, алмаштырабыҙ.
Һүҙҙән һүҙ сығып, талашып китәләр, әммә яңы обой барыбер йәбештерелә.
Бер йыл самаһы тыныс ҡына йәшәйҙәр. Шунан тағы ла кәләш ауыҙын аса:
– Иҫке обойға ҡарағым да килмәй, әйҙә, алмаштырабыҙ!
Йыл һайын обой алмаштырыу йышая, тора-бара 4 – 6 айға тороп ҡала. Кәйефең юҡмы? Яңы обой йәбештер! Хис-тойғо тетрәнеүеме? Яңы обой йәбештер!
Әлбиттә, ҡатын обойҙы көндәр буйы магазиндан-магазинға йөрөп яңғыҙы ғына һайлап алһа ла, үҙе генә йәбештермәй, был эшкә ирен дә йәлеп итә. “Обой” һүҙен ишетеү менән ҡалтырана башлаған ир хәләлен хатта психотерапевҡа ла күрһәтә. Ул хобби табырға йәки берәй яҡҡа ял итергә барырға кәңәш бирә. Ысынлап та, күптән ял иткәндәре юҡ, обой йәбештереүҙән бушамайҙар. Ҡара диңгеҙгә баралар: саф һауа, таҙа һыу, ығы-зығы юҡ.
Юлдан арып ҡайтҡас, шунда уҡ йоҡларға ятырға йыйыналар. Ә ҡатын йоҡлар алдынан һүҙ башлай:
– Хәтереңдәме, ҡунаҡханалағы обойҙар ниндәй матур ине! Әйҙә, беҙ ҙә шундайҙы һатып алабыҙ!
Ҡатын һәйбәт, ләкин дуҫым ысынлап айырылырға уйлап йөрөй әле.

Р. ЯМАЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: