+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
3 Апрель 2022, 17:30

Матур ҡатын - ир иркәһе

Лира ЯҠШЫБАЕВА (Хикәйә) Юлдаш ауылында Миңле­би­кәләр өсәү. Суҡын­сыҡ­тар, бе­реһенән-береһе ма­турҙар бит әле. Бер-береһенә оҡшап, муйылдай ҡара күҙҙәре нурланып, ҡыйғас ҡаштары яңы тыуған айҙай ҡыйылып тора.

Матур ҡатын - ир иркәһе
Матур ҡатын - ир иркәһе

Биттәре таң нурындай алһыу ғына, бешкән сейәләй ирендәре эсендә йәне булған һәр ир затын ымһындырыр. Ауылда уларҙы бер-береһе менән бутамаҫ өсөн һәр береһенә ҡушамат таҡҡандар: Тиҫкәре Миңлебикә, Әртис Миң­­лебикә, Мин бер ҡасан да Миңлебикә.
Тиҫкәре Миңлебикәнең ки­регә бөткәнен ауылда белмәгән кеше юҡтыр. Сибәрлегенә һу­шы китеп, үлеп ғашиҡ булған Исмәғил атлы егет ҡыҙҙың артынан йөрөй башланы. Башта арыу ғына дуҫлашып йөрөнө­ләр. Егет тәҡдим яһағайны ғына Миңлебикәнең тиҫкәрелеге ҡалҡты ла сыҡты. Бер барам – бер бармайым, бер һөйәм – бер һөймәйем, тип егеттең башын әйләндерә бит теге. Ҡыҙҙың ҡарышма холҡон яҡшы белгән бер еңгәһе егеткә, тиҫкәре бит ул, әйткәндең гел киреһен эшләй, тип аңғартты. Исмәғил бер осрашҡанда ҡыҙға: “Ил бөтмәһә, ҡыҙ бөт­мәҫ, һиңә башҡаса ялынмайым”, – тине лә иҫе китмә­гән­гә һалышып, икенсе ҡыҙ­ҙарҙы оҙатып йөрөй башланы. Яратҡан егетенән ҡолаҡ ҡағыу ихтималын һиҙеп ҡото осҡан ҡыҙыҡай: “Кеше көлдөрмәйек, дуҫ бар, дошман бар”, – тип үҙе янына килде. Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ. Матур ҡыҙ­ҙарҙы ҡаратыу өсөн егеткә әҙерәк хәйләкәрлек кәрәк. Шулай итеп, мут Исмәғил ауылдың бер тигән сибәрен үҙенеке итеп тә ҡуйҙы. Ҡай саҡ сибәркәйе­нең холоҡһоҙлоғона һыны теймәй китә инде. Тик ни хәл итһен, үҙе абынған иламаҫ, ти, түҙә. Кәләше серле күҙҙәрен тултырып, битендәге соҡорҙа­рын уйылдырып бер йылмайып ҡараһа, йәш ир донъяһын онота. Бер уйлаһаң, иң аҡыллы кешене лә тилертә алған матур­ҙарға аҡыл менән холоҡ ниңә кәрәк? Уларҙы былай ҙа яраталар. Ҡатынының әҙәм ыңғай­лы түгеллеген бер белгәс, бе­рәй нәмә эшләргә йыйынһа, башта Исмәғил гел киреһен әйтә. Күптән инде уның еңел ма­шина алғыһы килеп йөрөй, ә ҡатыны ҡаршы килә: һөйәр­кәләреңде ултыртып йөрөр­гәме, ти. Һуңғы ваҡытта Исмә­ғил: “ Машина кәрәкмәй, бензин ҡиммәт, ана, Тродас еҙнәм­дең машина ремонтлап ярты ғүмере үтә, фәлән-фәсмәтән”, – тип һүҙ араһында әйтә башланы. Берҙән-бер көндө Миңле­бикәһе: “Машина алабыҙ! – тип әйтеп һалмаһынмы. – Дуҫ-иштәрҙең һәр береһенең маши­наһы бар, беҙ уларҙан кәмме ни”. Ә Исмәғил уның һайын, кәрәкмәй миңә машина, тигән була. Шулай итеп, бәхәсләшә торғас, тәки машина алып ҡуй­ҙылар. Кәләшенең холҡон бер белгәс, ана шулай, асҡыс менән йоҙаҡ булып туҙышмай, болармай ғына һәп-һәйбәт йә­шәп яталар.
Әртис Миңлебикә тигәне әртисләнеп ауылдың бер тигән егетен ҡаратып алды. Әнүәр ме­нән Миңлебикә ҡалын туй­ҙар яһап өйләнеште. Ҡылан­сыҡланыу ҡыҙҙарға ғына ки­лешә бит ул. Егет сағында си­бәркәйҙең ҡыланышы матур тойолһа ла, хәҙер ул Әнүәргә оҡшамай башланы. Етер, әр­тисләнмә инде, ҡыҙ сағың үтте, көҙгө алдында ярты көн ултырма, һыйыр һауғанда, баҡсала картуф күмгәндә сәсеңде бөҙ­рәләтмәһәң дә ярай, тип ҡарай, бисәкәйе уның һайын нығыраҡ биҙәнеп-төҙәнә. Ауыл халҡы ла уның ҡылансыҡланып, би­ҙәнеп-төҙәнеп йөрөүенә өй­рәнеп бөткән. Хатта урам буйында күренмәй башлаһа, ҡайҙа булды әле шул әртис Миңлебикә тип, юҡһына баш­лайҙар. Әртислеккә уҡыһа мировой булыр ине, тип хуплап та ҡуялар. Кәләшенең матур­лығына башҡаларҙың һоҡла­ныуын күргән Әнүәр ҙә әкрен­ләп күнде холҡона, йәне телә­гән йылан ите ашаған, йөрөй бирһен үҙенсә, ти. Өс-дүрт бала табып алһа, әртисләнеү ҡайғы­һы үҙенән-үҙе китер әле, ти.
Һүҙ юҡ, ике Миңлебикәнең исеме есеменә тап килеп тора. Ҡушамат уларға ҡуша йәбеш­кән. Ә бына матурлығына ма­һайып, үҙен Аллаһтың ҡашҡа тәкәһе һымаҡ тот­ҡан, тәкәббер Миңлебикә­нең "Мин бер ҡасан да..." ҡушаматы менән Юлдаш кешеләре риза түгел. Имеш, мин бер ҡасан да алдамайым... Мин бер ҡа­сан да ғәйбәт һөйләмәйем... Мин бер ҡасан да иремә хыянат итмәйем... Мин бер ҡасан да эшкә һуңлама­йым... Мин бер ҡасан да кеше бәхетенә көнләшмә­йем... Мин бер ҡасан да әхирәттәремдең ирҙәренә күҙ һалмайым... Фәлән дә фәсмәтән...
Уң яҡ күршеһе аптырай:
– Алдашмайым, имеш. Белмәгән кешегә әйтһен. Ал­дағанда ла төп башына ул­тырт­ҡансы, һемәйткәнсе алдай. Аҙаҡ, тегене тишек шүмәнгә ултырттым, бөл­дөр­ҙөм, тип маҡтанып йө­рөй.
– Мин бер ҡасан да, имеш, иремә хыянат итмәйем. Кисә генә күрҙем, ире Заһир Себергә эшкә киткән, ә ул ситтән килгән бер үзбәк менән шағараҡ ҡо­роп ултыра, – ти һул яҡ күр­шеһе.
– Кеше бәхетенә көнләш­мәй, имеш. Минең ирем Себер йөрөп, аҡса эшләп ҡайтып, беҙ өй һалып ингәс, көнләшеүенән ярыла яҙҙы. Механизатор булып, бына тигән эшләп йөрөгән Заһирын Себергә ҡыуып ебәр­ҙе. Ире аҡса һалып ебәрә, ә ул бында теттерә генә, – тип һуҡ­­рана килендәше.
Үҙен-үҙе әллә кемгә ҡуйыуы­на ҡарап, Мин бер ҡасан да Миңлебикәне яҡындан белмә­гән Аделина уны бик шәп ҡатын тип уйланы, һәм улар дуҫлашып йөрөй башланы. Яңыраҡ әхирәте Мин бер ҡа­сан да Миңлебикәне ире менән мунсала тотҡан икән, хәҙер ҡара дошман булып йөрөп яталар, тип һөйләп сығарҙылар. Абау, оят.
Себер яғынан йөрөп ҡайтҡан Заһирға ҡатыны бында ниҙәр ҡылғанын ошаҡлаусылар булды, ә уның иҫе лә китмәне. Ситтә бер ай йөрөп, һағынып ҡайтҡан иренә ҡаршы сығып:
– Мин бер ҡасан да, һис ҡасан да һине ташламайым, – тип килеп ҡосаҡлап алған Миң­лебикәһенә һоҡ тулы ҡарашын төбәне лә: «Минең ҡатын сибәр булғас, араны боҙор өсөн көнләшеп юрамал ғәйбәт һөйләйҙәр», – тип уйланы. Үҙе лә:
– Мин дә бер ҡасан да һинең турала һөйләгән яман һүҙҙәргә ышанмайым, ҡәҙерлем, берҙән-берем, сибәрем, – тип ҡатыны­на һөйөп ҡараны.
Баҡһаң, матурҙарҙы яратыу­ҙан ир-ат халҡын тиҫкәрелек тә, ҡылансыҡлыҡ та, маҡтан­сыҡ­лыҡ та, хатта хыянат итеү ҙә дүндерә алмай икән. Ана бит, өс Миңлебикәне лә ирҙәре тилереп ярата. Матур ҡатын – ир иркәһе, тип юҡҡа әйт­мәйҙәрҙер.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: