+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
4 Апрель 2022, 14:00

Һыналған халыҡ рецебы

Ҡатыны ҡушҡан 1 килограмм һуған, 5 килограмм картуф, 0,5 килограмм колбаса урынына магазиндан 1 килограмм картуф, 5 килограмм колбаса, 0,5 килограмм араҡы алып ҡайтҡан программист тураһындағы кө­ләмәс хәтерегеҙҙәлер. Шуға оҡшаш хәл беҙҙең менән дә булды.

Һыналған  халыҡ рецебы
Һыналған халыҡ рецебы

Программист булып эшләүсе дуҫым һыуыҡ алдырып сирлә­гән. Йома көн шылтырата. Тауышы саҡ-саҡ сыға: «Ни эш­ләргә? Химия ҡулланғым кил­мәй. Больничный алһам, кеҫәгә һуға». Үҙем бер нисә мәртәбә ҡулланған һыналған халыҡ рецебын тәҡдим иттем: «300 грамлы көрөшкәлә ҡайнар шәрбәт сәй яһайһың. Уға ике ҡалаҡ күк көртмәле, өс ҡалаҡ араҡы өҫтәйһең. Таҙа эске кейем кейеп, юрғанға төрөнөп ятаһың да теге ҡайнар сәйҙе ауыҙыңды бешерә-бешерә эс­кәс, йоҡлайһың. Ике-өс сә­ғәттән шыр тиргә батаһың. Бөтә сир тир менән сығып бөтә. Таҫтамал менән һөртөнгәс, яңы эске кейемдә йоҡларға ятаһың. Иртән тороуыңа сир ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыға».
Кис көнө сәғәт ун берҙәр тирәһендә дуҫымдың ҡатыны шылтырата:
– Кәрим, һин Салауатты ни эшләттең?
– ?
– Эштән ҡайтһам, юрған аҫтында мышҡылдап ята. Өҫ­тәлдә һинең рецепт яҙылған ҡағыҙ.
– ?
– «Көрөшкә. 300 грамм араҡы, ике ҡалаҡ ҡайнар шәр­бәт сәй һәм өс ҡалаҡ көртмәле! Шунан тиҙ генә карауатҡа!» Башын да күтәрә алмай, иҫерек.
P.S. Иң ҡыҙығы шунда: Салауат дүшәмбе көн эшкә һау-сәләмәт, күтәренке кәйеф менән сыҡҡан. Рецепта ҡаралған өс ҡалаҡ көртмәлене иҙергә онот­мағанғалыр, күрәһең...

К. БАРЫЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: