+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
5 Апрель 2022, 17:00

Бүләктәр

Бүләк алыу күңелле инде ул. Ваҡыт үтеп, уларға күҙ төшөргән һайын бәхетле миҙгелдәр яңынан хәтерҙә яңыра...

Бүләктәр
Бүләктәр

Бына зонтик. Тыуған көнөмә оло ҡыҙым бүләге. Өр-яңы килеш эленеп тора, сөнки мин уның менән урамға бары тик бер тапҡыр ғына сыҡтым. Асҡас, ни тиклем тырышһам да, кире йыя алманым. Ни өсөн миңә бүләк иткәндәрен шунда ғына башыма барып етте. Ул кейәүгә тип алынған зонтик икән, брак булып сыҡҡан... Шуға күҙем төшкән һайын күңелем нескәрә. Беренсенән, “Ҡыҙым бүләге!” тип ғорурланам. Икенсенән, баштары эшләүенә һоҡланам...

Быныһы бүләк тек бүләк – трамплиндан һикереү саңғыһы! Етмеш биш йәшемә бер кейәүем бүләк итте. Ул эшләгән саңғы фабрикаһында хеҙмәт хаҡын саңғылата биргәндәр. Затлы бүләк! Килгән-күргәндәр тотоп-тотоп ҡарайҙар ҙа тел шартлаталар. Дөрөҫ, беҙҙә тауҙар бала-саға сана шыуырлыҡ ҡына. Унан һуң йәшем дә трамплиндан һикерерлек түгел: бер баҫҡыстан икенсеһенә лә көскә һикерәм. Тора, ана, бер күңелле иҫтәлек булып.

Ә бына быныһы – балыҡ ыҫлау мейесе. Ҡустым бүләге. Уларҙа ла хеҙмәт хаҡын мейесләтә биргәндәр икән. Ә бында – Еңеү байрамы! Шул уңайҙан мейес миңә лә тәтене. Дөрөҫ, минең балыҡ тотҡаным да, ыҫлағаным да юҡ. Ләкин бүләктән баш тартыу килешмәй. Йыл һайын Еңеү байрамында ишектәрен асып-ябып ҡарайым. Рәхәт булып китә. Ҡиммәтле иҫтәлек!

Ә бына был ташты, балкондағы мәрмәр ташты әйтәм. Карелия тиклем Карелиянан төпсөгөбөҙ бүләк итеп ебәрҙе. Ул унда таш сығара... Быныһының кәрәк булыуы бар. Аяҡ һуҙған көндө исемде геня яҙып ҡуяһы ҡалған.

Бүләктәр, бүләктәр... Күп йыйылды инде улар миндә. Араларында роликлы тимераяҡ, аяҡ менән этеп йөрөтә торған самокат, альпинистар кәрәк-яраҡтары һәм минең пеләш башымдағы сәстәрҙе бөҙрәләтер өсөн фен да бар. Өр-яңылар! Иҫтәлекле бүләктәр…

Әхәт САФИУЛЛИН.

Фото: baamboozle.com

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: