-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
7 Апрель 2022, 17:00

Хеҙмәттәш һыйы

Автобус елә генә. Күңел күтәренке, шулай булмай ни – кеҫә тулы аҡса, кисә генә тыу һыйырын һуйып һатты. Алда – ҡала, унда – ҙур баҙар.

Хеҙмәттәш һыйы
Хеҙмәттәш һыйы

Бисәһе биргән ҡағыҙ битендә – ҡыҙы­ҡайҙарына алырға тигән кәрәк-яраҡтар исемлеге. Бик шәп итеп кейендерәсәк бәпәйҙәрен, әйҙә, көнләшһендәр баш­ҡа­лар. Ошо автобус менән, Алла бо­йорһа, кискә кире ҡайтып та инер...
Баҙар гөж килә. Береһенән-береһе бәләкәйерәк, ҡараға батҡан балаларын етәкләгән ҡара сәсле, ҡара күҙле, оҙон ыштан кейгән бисәләр хәйер һорап йөрөй. Мирхәт тә, юлым уңһын, имен-һау ҡайтып етергә яҙһын, тип, хәйер өләшеп сыҡты.
«Эй, служак!..» Мирхәт терт итеп ҡалды, әйләнеп ҡараһа – армелә тоҙло тиргә батып бергә окоп ҡаҙған, ике бот йөк йөкмәп марш-бросоктарҙа йүгергән хеҙмәттәше Нәсим тора. Ялан аяғына – тапочка, осаһына трусикмы-шортикмы шунда, өҫтөнә майка кейеп алған. Ауыҙын шатлығынан сабаталай йәйеп: «Сколько лет, сколько зим… һин тере икәнһең дә, – тип һөйләнә, Мирхәтте ҡыҫып ҡосаҡ­лай, үбә. – Киттек ҡунаҡҡа, моя Кобра будет рада. Әйҙә, киттек тиҙерәк…”
Мирхәт менән Нәсимде ҡорҙашбикә Кобра нисек ҡаршылағаны ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та – шуның өсөн ул турала хәтерләмәйек. Шуныһы йәл – алып барған күстәнәстәрҙе ауыҙ итергә насип булманы…
Ике дуҫ подъездан атылып килеп сыҡты ла яҡындағы парк яғына сапты. «Трезвяк» саҡыртам, ти Кобра. Ярай әле, Мирхәт ботинкаһын сисеп өлгөрмәне, ана, Нәсим ялан аяҡ сығып һыҙҙы...
Ҡыуаҡ төбөндә иңгә-иң терәп ултырған дуҫтар әрме йылдарын иҫләп, бигерәк тә этлеккә маһир бисәләр тураһында һөйләшә торғас, ауыл бисәләре ҡала бисәләренән яҡшыраҡ, тигән фекергә килде. Һәм был изге фекерҙе йыуыу өсөн Нәсим тағы ла үтескә йөҙлөк һораны. Йөҙлөҡ юҡ ине, «ауыл байы» биш йөҙлөктө сығарып бирҙе.
Трусиктан, етмәһә, ялан аяҡ шәп йү­гертә икән. Нәсим тиҙ арала әйләнеп тә килде. «Ҡабат-ҡабат йөрөмәҫ өсөн, бөтә аҡсаңа ла алдым, бына, дуҫтар ҙа осраны, таныш булығыҙ». Уға тағылып килгән өс “ҡойроҡ” ҡул би­реп күреш­те. «Һин, Мир­хәт, ҡалаға кил­һәң, көнмө-төнмө, берәүҙән дә ҡурҡма, беҙҙең исемде әйт, берәү ҙә теймәҫ үҙеңә», – тине был ҡыртый егеттәр.
Яңы дуҫтар менән ҡунаҡ булышыу оҙаҡҡа һуҙылды. Магазинға бер нисә тапҡыр сапты Нәсим дуҫтары, хәҙер инде Мирхәттең ҡан-ҡәрҙәшенә әйләнгән егеттәр.
…Автобус елә генә. Ул хәҙер ауылға табан оса. Күңел күтәренке, шулай булмай ни – оло «челнок» сумкаһы тулы күстәнәс.
Бына – туҡталыш. Ҡаршы алырға ике ҡыҙы сыҡҡан. Йүгереп килеп муйынына аҫылындылар. Сумка ергә төшөп китте… Тик, нимә улай шалтырай, сумкала быяла әйбер юҡ та?!
…«Тор, «трезвяк» алып китә бит үҙең­де!» тигән тауышҡа уянып китте Мирхәт. Шешә йыйып йөрөгән бер әтәмбай төрткөләй икән. Кисләп тә бара, эргәлә Нәсим дә, яңы дуҫтар ҙа, кеҫәлә аҡса ла, ҡулда сәғәт тә юҡ.
Мирхәт киске алһыу-зәңгәр күккә текләп байтаҡ ятты. Ни эшләргә? Өйгә нисек ҡай­тып күренергә? Былай ҙа сатнап ауыртҡан башҡа шундай уйҙар ҡабат-ҡабат килеп, йән әсеткес итеп һуғалар.
«Былай ятып эш сыҡмаҫ. Оло юлға сығыр кәрәк. Берәй машина булыр әле. Автобуслыҡ та тинлек ҡалмаған, исма­һам».
...Элеваторға иген ташыған машинаға ултырып, ҡараңғы төшкәндә ауылына ҡайтып етте ул.
Өйҙә нисек булыр икән?
Ошоға тиклем улай итеп эсеп йөрөгәне юҡ. Бәлки, ғәфү итерҙәр… Ишекте асыу менән, өйҙәгеләр Мирхәткә һарылды. «Нишләп үҙебеҙҙең автобустан ҡалдың? Аҡсаңды алып, үҙеңде бер нәмә итеп ҡуйғандарҙыр, тип ҡурҡтыҡ бит. Аллаға шөкөр, хәҙергә үтте, мунса һуңғараҡ булыр, шәйт». Иламһырап сәй әҙерләгән кәләшен арҡаһынан һыйпап, сәй ҙә эске килмәй, иртәнсәк һөйләшербеҙ инде, тип, Мирхәт йоҡо бүлмәһенә үтте.

Әхәт БУЛАТОВ.

Фото:economiafinancas.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: