+24 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
10 Апреля 2022, 06:00

Романтиктар

Ирем бик шәп кеше. Бөтә шәп кешеләр кеүек үк, сәйер ғәҙәттәре лә бар. Мәҫәлән, бараһы еренә йәмә­ғәт транспорты йөрөһә, бер ваҡытта ла маршруткаға ултырмай. Сәскә бүләк итеү – иҫәрлек, тип иҫәпләй.

РомантиктарРомантиктар
Романтиктар

Ҡаты­ныңа колбаса һатып алыу яҡшыраҡ. Эш көндәрендә – бешерелгәнен, ял көндәрендә – ярым ҡаҡланғанын, бай­рамдарҙа – ҡаҡланғанын. Ғө­мүмән, романтик түгел.
Ғинуарҙың болотло көндә­ренең береһендә кухнялағы тәҙрә төбөндә ике сәскә көр­шәге барлыҡҡа килде. Уларҙа һуған шытып сыҡты. Нескә ҡыяҡтар яҡтыға ынтылды, өйҙә яҙ еҫе аңҡыны. Әйтергә кәрәк, беҙ ҡыҙым менән быға шунда уҡ иғтибар итмәнек, ҡыяҡ биш сантиметр тирәһенә еткәс кенә күҙебеҙгә салынды. Көн дә бесәй һымаҡ көршәктәрҙе еҫкәнек, кисекмәҫтән ашағы­быҙ килде. Әммә беҙ аҡыллы кешеләр, иремдең өйҙә бул­маған сағын һәм һуғандың бер аҙ күтәрелеүен көттөк. Ирем тәмләп ҡарарға юл ҡуймаҫ ине.
Ниһайәт, ул көн тыуҙы. Беҙ ҡара эшкә тотонорға йөрьәт иттек. Барыһы ла уңай килеп торҙо – ир эштә, һуған үҫте. Ҡыҙым помидор, ҡыяр, борос­тан салат яһаны. Һуған менән һарымһаҡты ҡушып, май өҫтә­гәс, һыпыртып ҡуйҙыҡ.
Иртәгеһен ирем енәйәт эҙ­ҙәрен күреп ҡалды.
– Минең үҫемлектәр ҡайҙа? – тип һораны, тауышын кү­тәреп.
– Асыуланма инде, беҙ уны ашаныҡ.
Уның күҙҙәре түңәрәкләнде, сырайы һытылды.
– Һөйөклөм, һеҙ һуған аша­манығыҙ! Һеҙ мин 8 Мартҡа үҫтергән үҙ сәскәләрегеҙҙе ашанығыҙ! Һеҙгә тип үҫтер­гәйнем! Сюрприз эшләгем килгәйне! Көҙ көнө дачала нәркәс сәскәһе бүлбеләрен ҡаҙып алдым, шунан уларға яһалма ҡыш, аҙаҡ яҙ яһаным. Барыһы ла китап буйынса. Ваҡытты теүәл иҫәпләнем. Беҙҙең ҡайһыбыҙ романтик түгел?!
Бында нимәне кире ҡағаһың инде? Әгәр ҡатын сәскә көр­шәгендә ризыҡ ҡына күрһә, уға иң яҡшы бүләк барыбер – колбаса.

И. ЯРУЛЛИНА.

Фото: svoimirukamy.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас