Улар кисәгенәк килеп сиратҡа яҙылғайнылар, – тине.
– Сиратта кем беренсе?
– Әтәс.
– Әйт, инһен. Өйрәнгән, понимаешь, ҡысҡырырға. Хәҙер үҙен тыңлаусы әҙәм юҡ.
Бүлмәгә сибәрҙең сибәре дөйәғош ҡәҙәрле Әтәс инә һәм шап итеп ғаризаһын өҫтәлгә һала.
– Нимә булды, дөйәғош әфәнде, пардон, Әтәс әфәнде?
– Һеҙҙән китергә булдым. Шуға расчет һорарға ине.
– Һин беҙҙең кооперативта алдынғы эшсе. Портретың почет таҡтаһында. Һиңә төрлөһөнән сифатлы аш бирәбеҙ. Зооветеринария нормаһын икеләтә арттырып ҡатынлыҡҡа егерме тауыҡ бирҙек. Беҙ һине үҫтерҙек, уңайлы шарттар менән тәьмин иттек. Ә һин беҙҙән китергә, имеш. Китеп, понимаешь, ҡайҙа бараһың?
– Думаға саҡырҙылар. Унда ҡайһы бер йоҡлап ултырған депутаттарҙы уятыр кәрәк, ти.
– Думала һинән башҡа бөткән, ти, «крикундар»… Йә, ярай, беҙҙә һиңә нимә етмәй?
– Иптәш рәйес, мин һеҙҙең кооперативта абруйымды юғалттым. Элгәреһен иртәнге биштә тора инем дә, «кикрикүк» тип бер ҡысҡырһам, малсылыҡ эшсәндәре, механизаторҙар эшкә йүгерә ине. Ә хәҙер… Айырыуса һеҙ рәйес булғандан бирле тәртип бөттө. Мин көн дә иртән ҡарлыҡҡансы тамаҡ ярам, әммә йоҡо туйҙырмайынса эшкә барыусы юҡ. Минең кәрәгем бөттө. Мин киттем. Ки-ки-ри-күк!
Әтәс сыҡҡас, рәйес бүлмәһенә Эт керҙе. Ул кооперативта именлек-хәүефһеҙлек хеҙмәте менән етәкселек итә.
– Иптәш рәйес, мин дә эштән китергә ҡарар иттем. Бына ғаризам.
– Һин хужаңа, то есть миңә, һәр саҡ тоғро булдың. Беҙ ҙә һинең һәр ихтыяжыңды үтәй инек. Ҡарағайҙан дүрт мөйөшлө йорт һалып бирҙек. Рационыңда ит тә балыҡ булды. Юҡҡамы ни көрәйеп, башмаҡтай үҫеп киттең. Туйып һикерәһеңме? Ҡайҙа эшләргә иҫәбең?
– Кооперативта беҙҙең хеҙмәттең абруйы төштө генә түгел, нолгә ҡалды. Элгәре колхоз милкенә ҡул һуҙып ҡара! Ҡараҡтар, уғрылар, бурҙар беҙҙе күреү менән дерелдәп, бәлтерәп төшә ине. Ә хәҙер эштәр кардинально түбәнгә тәгәрәне. Уғрылыҡ сәскә атты. Көн-төн сабабыҙ, ҡарлыҡҡансы өрәбеҙ. Ә файҙа юҡ. Ҡараҡтар беҙгә иғтибар ҙа итмәй, беҙҙең өҫтән йөрөйҙәр.
– Мин уларҙы иртәгә үк төрмәгә…
– Килеп сыҡмай, иптәш рәйес. Сөнки бар уғрылар һеҙҙең әшнә-дуҫтарығыҙ. Һеҙҙең йылы ҡанатығыҙ аҫтында кооперативты талайҙар. Һеҙ үҙегеҙ быға юл ҡуяһығыҙ. Ә минең турала хафаланмағыҙ. Мине эшкә баш ҡалаға алалар. Кинологтар әҙерләү мәктәбенә. Пока! Һау-һау!
Эттән һуң бүлмәгә Үгеҙ инде.
– Йә, Үгеҙ брат, ни хәлдә? Нимә эшләп килеп сыҡтың әле?
– Бына ғариза килтерҙем, рәйес. Расчет давай!
– Ҡайҙа барырға ҡолаҡландың былай?
– Нәҫел үгеҙенә эш табыла ул. Күрше райондағы малсылыҡ комплексына саҡыралар.
– Ҡушаматың нисек әле һинең? Хәтерҙән сыҡҡан.
– Василий Буянович.
– Инде һиңә нимә етмәй, Василий? Һиңә һәйбәт комбикорм, жмых, сифатлы бесән, сенаж, һөт өҫтө, кило ярым тауыҡ йомортҡаһы бирәбеҙ. Үҙеңә идара ҙурлығындай мал йорто һалып бирҙек. Бер үҙеңә 350 баш һыйыр, считай үҙ гаремың бар. Оятһыҙ һин, Василий. Борон замандағы, йә иһә, әкиәттәге хан кеүек йәшәйһең бит. Үҙеңде көн дә душ аҫтында йыуындыралар, таҙарталар. Ә һин шуларҙың ҡәҙерен белмәйһең. Бәлки беҙҙән китеү сәбәбен әйтерһең.
– Рәхим итеп тыңла, рәйес! Идара ағзалары, һеҙ ҙә ишетегеҙ. Һин беҙҙә хужа булып ултырғансы, мин хужалыҡта берҙән-бер нәҫел үгеҙе инем. Хәҙер беҙ икәү булдыҡ. Ә был миңә оҡшамай. Көндәшемде, йәғни ярышташымды яратмайым. Кооперативта бер иркәк ҡалырға тейеш. Шуға ла мин китәм.
– Тороп тор, Василий. Кем һуң ул һинең иркәк ярышташың? Мин уның менән танышмы?
– Еще как, рәйес. Һин минең көндәшем!.. Фермаға киләһең дә һауынсылар менән шуры-муры уйнапмы-уйнайһың. Көн дә тиерлек йә береһен, йә икенсеһен машинаңа ултыртып алып китәһең. Миңә ышанмаһаң, ана, кешеләрҙән һора. Ауыл ирҙәре лә үҙ балаларының кемгә оҡшағанын әйтеп бирерҙәр. Хужалыҡта ике нәҫел берәмеге булырға тейеш түгел. Ярай, мин киттем. Пока-пока, му-му!
– Иптәштәр! Йәнә бер хайуандан ҡотолдоҡ, – тип, еңел һуланы рәйес. – Уйлашайыҡ әле, кәрәкме беҙгә бындай хайуандар? Эте-бете, ҡошо-мошо? Эшкә алмайбыҙ башҡаса ошондай паразиттарҙы! Тауышҡа ҡуям. Бер тауыштан. Уф, ҡалай еңеләйтеп ебәрҙе. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, хөрмәтле идара ағзалары – ҡәҙерле туғандарым!
Радик ӘХМӘТОВ.
Фото: maritera.ru