Тоҙо бар, доғаһын да тапты. Өләсәһе өйрәткәнсә эшләне. Бер аҙҙан еңелерәк булып китте. Тороп ултырҙы. Ни булды әле уға? Өсөнсө көн шулай сырхап ҡайта.
Әһә! Ул колонкаға һыуға барһа, Ҡафыя килә лә етә. Күҙгә инә яҙып, йылмайған булып, хәбәрен һөйләй, янында оҙағыраҡ тоторға тырыша. Бөгөн ҡайтырға ҡуҙғалғас, елкәһе сәнсеп-сәнсеп алғайны шул. Ҡафыя бер ни эшләткәндер, күрәһең. Телевизор көнө-төнө тиерлек экстрасенс, сихырсылар тураһында тылҡый. «Йә, ни эшләп ҡарарға икән? Эм-м, Йәмлиха апай им-том итә, кәрт аса, ноҡот һала, тиҙәр. Шуға барайымсы», – тип уйланды Вазифа.
Йәмлиха йәш ҡатынды әйҙүкләп ҡаршы алды. Янына ултыртты ла, ҡулын тотоп, йөҙөнә текәлде.
– Киленкәй, күҙгенгәнһең бит. Шуға төҫөң ҡасҡан, башың да ауырталыр әле. Күҙ тейеүе зәһәр яман була. Ул аҫау айғырҙы ҡолата, оло ағасты ла ҡорота. Халыҡ ырымы буйынса, борондан кеше күҙе тейҙермәҫ өсөн яңы тыуған сабыйҙарҙы әҙәмгә күрһәтә һалмағандар. Маңлайына ҡором йә буяу һөрткәндәр. Йәш малдың муйынсағына ҡыҙыл таҫма тағыр булғандар. Хәҙер ҡайһы бер күҙектерәүселәрҙе «вампир» тип атайҙар.
– Ҡан эсеүселәрҙе «вампир» тип йөрөтәләр түгелме?
– Мин әйткәндәр энергетик вампирҙар. Улар донорының көсөн ала. Тегенеһе хәлһеҙләнә, уны сырхау баҫа, болоҡһой, яңғыҙлыҡтан ҡурҡа башлай… Һин һуңғы осорҙа ниндәй сит кеше менән йыш осраштың?
– Анау Ҡафыя апай менән.
– Ә-ә! Уның вампир булыуы бик ихтимал… Ҡәйнәһе шәпле генә әбей ине. Бер йылда шиңде лә ҡуйҙы. Ҡыл үңәстән үлеп китте, тинеләр. Хәҙер инде ире ҡоро һөйәк. Күпкә бармаҫ.
– Балаларының энергияһын нисек алмаған һуң?
– Улары интернатта ятып уҡыны. Әлеге мәлдә ситтәләр.
– Ул вампирҙан нисек һаҡланырға?
– Кәңәшем шул – ҡурҡма. Һис кенә лә ҡурҡыуға бирелмә. Уларҙы күҙгә элмәҫкә кәрәк. Асыуланһаң – бөттөң. Контакт булған – энергия алынған булыр. Иң яҡшы ҡалҡан – йылмайыу. Вампирҙар – бахыр кешеләр. Уларҙы йәлләргә кәрәк, үҙҙәре ҡаты сиргә дусар булыусан… Вампир, сихырсыларҙан ҡотолоу, аураңды һаҡлауҙың иң һәйбәт юлы – доғалар уҡыу. Көн дә, «Әлхәм», «Ҡолһыу-алла», «Аятыл-Көрси», «Әл-Фәләҡ», «Ән-Нәс» сүрәләрен ҡат-ҡат уҡып тор. Кәмендә өс мәртәбә… Килен, бына ошо һыуҙы өшкөрҙөм. «Бисмилла» тип яйлап ҡына эсеп ебәр. Доғалар яҙып бирәм. Шуны өскөлләп күн менән тышла. Бетеү итеп муйыныңа тағы йөрө. Мунса ингәндә генә сисерһең. Ярар, һине бөтөнләйгә һауыҡтырыуҙы Хоҙай Тәғәләгә тапшырайыҡ. Иншалла. Мин әйткәндәрҙе тотһаң, сирең кәмер ҙә юҡҡа сығыр. Тик бынан ары сит-ят күҙҙәрҙән һаҡ бул. Амин.
Вазифа бағымсы өйөнән күңеле күтәрелеп килеп сыҡты. Нисектер тәне яҙылып, башы еңеләйеп киткәндәй тойолдо.
Фәрит ӘБҮБӘКЕРОВ.
Фото: sotymarket.ru