Күпме ҡыҫтаһам да сәй эсергә ултырманы. Йомошо бар икән, бурысҡа биш йөҙ тәңкә һорай. Бер ай срок менән. Ҙур сумма түгел, тип уйланым да бирҙем. Аҙна ла үтмәне, теге бурысын ҡайтарҙы.
– Ни эшләп тиҙ? Бер ай тигәйнең бит.
– Ҡулыма аҡса керҙе, – ти. – Кешегә бурыслы булырға яратмайым.
Өс айлап үтте. Теге тағы килеп керҙе. Был юлы ике мең һорай. Тағы бер ай срок менән. Уйлап торҙом да бирҙем. Ике аҙна ла үтмәне килтерҙе.
– Үҙең, – тимен, – срокка ҡарамайһың.
– Әйттем бит инде, – ти, – бурысым булһа йоҡлай алмайым.
Ярты йылдан һуң танышым өйөбөҙҙә тағы пәйҙә булды. Утыҙ мең таптыра. Улыма машина ала инек, ҡотҡар, ти. Әйтергә кәрәк, был тиклем сумма минең өсөн ҙур аҡса. Эш хаҡым ун дүрт меңдән артмай. Бар-барлыҡҡа. Берәр тотонолған машина алып булмаҫмы тип йыя инем.
– Ҡасан ҡайтараһың?
– Ике ай үтер.
– Бер айҙан аҡса үҙемә кәрәк буласаҡ. Машина алмаҡсымын.
– Бер айҙан аҡсаң ҡулыңда булыр. Ирҙәр һүҙе.
Бер ай үтте. Ике... Өс... Хафалана башланым. Дүрт айҙан һуң эҙләп сығып китергә тура килде тегене. Ишекте әзмәүерҙәй егет асты:
– Кого надо?
– Камиля можно?
– Папы нет дома.
Өс тапҡыр барҙым шулай. Өйөндә тура килтереп булмай ҙа ҡуя. Ниһайәт, эшләгән ерендә тап иттем.
– Неудобно һинең алда, – ти. – Тик бурысты ҡайтарырға мөмкинлегем юҡ әлегә. Ҡатынды эшендә ҡыҫҡарттылар. Улым өйҙә бот күтәреп ята. Ә аҡсаны беҙҙән күп бөтөрә. Көт инде, малай, тағы бер ярты йыл.
Ҡара көйөп ҡайтып киттем. Ике йыл үткәс, аҡсамды, ҡолағымды күрә алмаған кеүек, күрмәйем икән, тигән уйға килдем.
Шулай өмөт өҙөлгәндә шәмбе көндө теге үҙе килеп кермәһенме өйөмә. Йөҙө айҙай балҡый.
– Бурысыңды килтерҙеңме?
Йөрәгем леп-леп тибә. Аҡсамды алып килгән!
– Бурысты проценттар менән түләргә яй сығып тора, – ти. – Икеләтә тиһәң, икеләтә түләй аласаҡмын.
– Миңә артығы кәрәкмәй, тейешлеһен генә бир.
– Улым, – ти, – миллионер ҡыҙы менән танышҡан. Атаһы бер түгел, дүрт магазин тота. Серегән бай. Ҡыҫҡаһы, аҡса шутһыҙ. Тегенең ҡыҙы улыма үлеп ғашиҡ булған. Эш өйләнеүгә бара. Улым башлы-күҙле булғас та бурысты түләрмен. Теләһәң өсләтә. Бирнәһе бер нисә миллион булырға тейеш. Евро менән.
– Миңә артығы кәрәкмәй.
– Һинең бәхет бар. Хоҙайҙан улымдың шул ҡыҙға өйләнеүен телә. Һин дә байыйһың, мин дә байыйым.
– Шуны әйтергә килдеңме минең янға?
Ул миңә ғәжәпләнеп ҡараны:
– Уның өсөн генә түгел. Эш бешһен тиһәң, бер биш мең кәрәк. Улым теге ҡыҙға сәскә алып бирергә, ресторанға саҡырырға тейеш. Ундай кешенең ҡыҙын туңдырма менән генә һыйлап булмай бит инде. Аҡсаң ҡайтһын тиһәң, бир тағы биш мең. Йөҙ сыҡмай, мең кермәй. Шунһыҙ эш барып сыҡмаясаҡ.
Ул шулай тине лә, миңә мөлдөрәп ҡараны. Ни көлөргә, ни иларға белмәнем...
Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.