-5 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
17 Апрель 2022, 14:00

Тинтәктәр

Өфөнән Мәскәүгә остом. Са­молетҡа ултыртыр алдынан металл эҙләгес аша үткәрә­ләр. Уға сират. Рам аша уҙыусы халыҡ, эргәләге өҫтәлгә зыңлаусы төрлө әйберҙәрен – телефондарын, асҡыстарын, аҡса янсыҡ­та­рын һала.

Тинтәктәр
Тинтәктәр

Сиратта бер ҡыҙ ҙа бар: йәш ке­нә, нескә билле. Өҫтөндә өр­фөйә күлдәк, ҡулы буш, күрәһең, яңғыҙы осмайҙыр.
Рамға еткәс, ҡыҙ ҡаушаны – һәр кем өҫтәлгә нимәлер һала, ә уның бер нәмәһе лә юҡ! Шулай ҙа юғалып ҡалманы, рам аша үткәндә муйынындағы үтә күренмәле шарфын систе…
Улар – беҙҙең арала.
Вуздағы хәрби кафедрала дәрес бара. Майор «личный составтың» өҫ-башын тикшерә. Барыһын да сафҡа теҙгәс, студенттарҙың береһенә өндәшә:
– Бер аҙым алға!
Теге сыға.
– Мин үткән дәрестә сәсеңде алдыр, тип әйттемме?
– Так точно!
Майор, тантаналы тауыш менән:
– Курсант Бүребаев, һиңә ҡаты иҫкәртеү яһайым!
Элек бындай хәл булмағас, артабан ни эшләргә лә белмәйҙәр. Курсант көтә. Саф та көтә. Артҡы рәттән кемдеңдер ҡыйыр-ҡыймаҫ тауышы ишетелә:
– Ураааа…
Улар – беҙҙең арала.
Ике ҡыҙ дискотекаға барған. Ҡыйыулыҡ өсөн мул ғына уртлап та алғандар. Береһе ярым ҡараң­ғыла ваҡытты белгеһе килеп, сәғәтенә текәлгән. Күҙен безрәй­теп күпме генә ҡараһа ла, бер ни ҙә күрә алмаған. Уға әхирәте ярҙамға килгән. Кеҫә телефонын сығарған, йәнәһе, ҡабыҙ ҙа ҡара. Тегеһе телефонды алған да, уның менән сәғәтен яҡтыртҡан.
Улар – беҙҙең арала.
Микротулҡынлы мейестә сосис­каларҙы бер минутта бешереп алырға мөмкин. 23 йәшлек һеңлем алты сосиска ҡуйғас, ваҡытты алты минутҡа ҡуйған. Уныңсы, йә­нәһе, береһе бер минутта әҙер булғас, алты минут талап ителә.
Улар – беҙҙең арала.
Иртән коллегам менән офиста ҡәһүә эсеп ултырабыҙ, ял көндә­рендәге яңылыҡтар менән уртаҡ­лашабыҙ. Ашығып бер ир килеп инде.
– Һаумыһығыҙ, мин әңгәмәгә!
– Хәйерле иртә, кемгә килдегеҙ?
– Белмәйем.
– Ниндәй вакансияға?
– Белмәйем.
– Ә ни эшләй беләһегеҙ?
– Ни… белмәйем.
– Беҙҙең компанияның директоры бар инде.
Улар – беҙҙең арала.
Банкоматҡа сират. Һалмыш ир кешеләрҙең аппарат янынан аҡса алып китеүен күҙәтеп тора. Сиратҡа баҫа ла һорашырға тотона.
– Аҡсаны бөтә кешегә лә би­рәләрме?
– Бөтәһенә лә.
Ирҙең күҙе маңлайына менә.
– Бының өсөн ни эшләргә кәрәк?
– Банкыға аҡса һал.
Улар – беҙҙең арала.
Түрә хеҙмәткәренә:
– «Ҡағыҙ» яһа, факстан ебә­рергә кәрәк. Тик ике күсермә эш­ләргә онотма.
– Ә ниңә икәү?
– Саҡ ҡына башыңды эшләт, береһе факстан китәсәк бит!
Улар – беҙҙең арала.
Төҙөлөш баҙарында ишектәр теҙелеп киткән рәттән барам. Шунда күрәм – бер милиционер бер ишек янына килде лә, уға шаҡылдатып ҡараны. Үҙенсә был ниндәй материал, тип тикше­реүе­лер инде. Быны күреп, йәнәшәнән үтеп барыусы бер ир һораны:
– Нимә, асмайҙармы ни?
Милиционер асыуынан йәшел төҫкә инде!
Улар – беҙҙең арала.
Өс егет дөйөм ятаҡта бер бүл­мәлә йәшәгән. Ҡатын-ҡыҙҙар артынан сабырға яратыусы береһе йоҡларға һирәк ҡайтҡан. Ҡайтһа ла гел иҫерек булған. Бер көндө егеттәрҙең икеһе кискелеккә картуф бешереп, ниндәйҙер ҡабырға ҡыҙҙырып ашаған, сәй эскән. Ҡалдыҡ-боҫтоҡто кәстрүлгә һал­ғандар, сынаяҡтарҙы һәм тәрил­кәләрҙе йыуған һыуҙы ла өҫ­тәгәндәр. Йыуынты һыуҙы түгеп, кәстрүлде йыуырға иренгәндәр. Шунан ятып йоҡлағандар.
Бер аҙҙан өсөнсө егет ҡайтҡан. Ғәҙәттәгесә, эскән. Ут юҡ, шуға күрә өҫтәлдәге май шәмде ҡабыҙ­ған. Шунда күҙенә кәстрүл са­лынған. «Ашты» тәрилкәгә һалып тормай, шунан ғына ашаған, ҡабырғаларҙы кимергән. Ашап туйғас, карауатына тәгәрәгән. Иртән сәй эсеп ултырғанда иптәштәренән һораған:
– Егеттәр кисәге аш ҡалма­нымы?
Улар – беҙҙең арала.
Байрам алдынан саңғыла йөрөргә киттек. Вокзалда тир бар. Поезд көткәндә танышым атырға булды. Тирҙа эшләүсе ир уға пневматик винтовка, биш пуля бирҙе, стенаға сәп элде.
– 48 мәрәй йыйһаң, бүләккә бер шешә шампан алырһың!
Танышым ата башланы. Сәпте алып, икәүләшеп мәрәйҙәрҙе һананылар. 49 килеп сыҡты. Танышым шатлығынан ҡысҡырып ебәрҙе:
– Бир шампаныңды!
– Бирмәйем, мин бит 48 мәрәй, тинем.
Тинтәктәр беҙҙең арала…

Б. ӨМӨТҠУЖИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: