-5 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
18 Апрель 2022, 10:00

Гәрәй ағай тарихы

Баш ауырта башлағас, бәхет­һеҙ булып тыуҙым, утыҙ туғыҙ йыл йәшәп бер рәхәт күрмәнем, тип, бар донъяһын ҡарғай-ҡар­ғай ғүмеремдә беренсе тапҡыр поликлиника ишеген астым.

Гәрәй ағай тарихы
Гәрәй ағай тарихы

Сиратта егермеләп кеше. Ҡаҡла­н­а­һы бар икән әле бында. Сират алдым да, урамға сығып киттем. Ниәт – бер көйрәтеп алыу.
Минән алда торған мут йөҙлө ағай эйәреп сыҡты. Тәмәке ҡа­быҙғанымды ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап торҙо.
– Ҡайҙа, мин дә берҙе ҡа­быҙайым әле, – тине ул. – Һинең сигарет затлы икән. Унан кешенеке тәмлерәк була. Үҙем­деке кеҫәлә ята бирһен.
Һөйләшеп киттек. Ул үҙен, Гәрәй ағайың булам, тип та­ныштырҙы.
– Мин бөйөк кеше инем.
Шулай тине лә миңә эре генә ҡарап ҡуйҙы.
– Бөйөк кеше бөйөк булып ҡала инде, – тинем. – Уны бере­һе лә ваҡ тип әйтә алмай.
– Осорҙолар бит, – тине.
– Ҙур урында эшләгәй­негеҙме ни?
– Ифрат ҙур урында.
– Министрҙарҙы ҡайһы берәүҙәр, бөйөк кеше, ти шул.
– Министр бүстәк ул. Тө­шөмлөрәк урында эшләй инем мин, – тине Гәрәй ағай. – Ашхана мөдире инем. Ризыҡ менән үҙемде генә түгел, барлыҡ туған­дарҙы тәьмин итеп тора инем.
– Ни эшләп сығарҙылар һуң?
– Бер көндө ашнаҡсы кереп әйтте. Клиент һеҙҙе саҡыра, ти. Сыҡтым. Яҡшы ғына кейенгән кеше. Ашы­ғыҙ ауыҙға ҡабырлыҡ түгел, ти был. Мин әйтәм, һеҙ бында ҡайнағағыҙҙа ҡу­наҡта түгел. Бында, тимен, ашхана. Бында бик үк тәм­ле булмаһа ла ашарға тура килә.
Бөтөнләй ашарлыҡ түгел, ти был. Улай булғас ҡайнағағыҙға барығыҙ, тимен. Минең кем икәнлегемде беләһегеҙме, ти был. Миңә барыбер, тинем. Килтереп сығарҙы был таныҡ­лығын. Депутат икән, ҡәһәр. Эҫеле-һыуыҡлы булып киттем. Ниңә, тимен, беҙгә киләсә­гегеҙҙе алдан хәбәр итмәнегеҙ? Һеҙҙең кеүек ҙур кешеләргә айырым бүлмә бар. Унда ашаусылар өсөн айырым бешерә­ләр. Әйҙәгеҙ, күсәйек шул бүлмәгә. Хәҙер яңы аштар кил­терерҙәр. Беҙҙә нисек бешер­гән­дәрен белерһегеҙ. Аш оҫта­лары эшләй беҙҙә.
Юҡ, ти был, халыҡ ашағанды ашайым. Халыҡ өсөн дә яҡшы бешерәбеҙ, тимен. Ашарлыҡ түгел бит, ти. Ҡайҙа ҡабып ҡа­райым әле, тим. Ашай алмаҫ­һығыҙ, ти. Ҡаптым да ашты бер ҡалаҡ, әйттем быға, их, тәмле­леге! Һеҙҙең, тимен, тәм тойоу хисе боҙолған, ахыры. Тәмле ме­нән тәмһеҙҙе айырмай баш­лағанһығыҙ.
Тәмлеме ни, ти был. Бик тәм­ле, тимен. Улайһа ашап бө­төрөгөҙ, ти. Дөрөҫөн әйтәм, аш асығайны. Ләкин эштәр былай торғас, ни эшләйһең? Их, тәм­ле, тип, ашап бөтөрҙөм. Йә, ни­сек, ти был. Бик тәмле, ти­мен. Күҙгә ҡарап алдайһығыҙ, ти был. Шулай тине лә район хакимиәте башлығына шылтыратты. Ашханала насар беше­рәләр, ти. Быныһы бер хәл, ти, мөдире алдаҡсы, күҙгә ҡарап алдай.
Икенсе көнөнә үк эштән бушаттылар. Ләкин уныһы бер хәл. Минең кеүек кешеләр эш­һеҙ ҡалмай. Теге ашты юҡҡа ашағанмын.
– Ниңә?
– Эй, малай, гастрит эләк­терҙем бит шул бер тәрилкә аш арҡаһында, – тине миңә. – Асыған аш асыған инде.
– Яҙмышыңа шулай яҙылған булғандыр инде. Яҙмыштан бер кеше лә уҙа алмай.
Шулай тинем дә яңы сигарет ҡабыҙҙым. Был миңә ҡарап торҙо ла, әйтте:
– Мин дә ҡабыҙайым әле. Һинең сигарет тәмле. Үҙемдеке кеҫәлә ята бирһен.
Ул әле тартып та бөтөрмәгән сигаретын ташланы ла, ҡулын миңә һуҙҙы.

Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: