– Ана, күрәһегеҙме, ошо тау аҫтында ут яна, минең урыным шунда, – тигән Ут. – Әгәр ҙә кәрәк булһам, ҡайҙа икәнлегемде беләһегеҙ!
– Ошо эргәләге күлдең ярында ҡамыш үҫә, мин дә улар араһына инеп юғалам, – тип Ел дә юҡҡа сыҡҡан.
– Тау араһынан бер шишмә ағып ята. Хәҙер шунда ҡушылам да ҡуям, – тип Һыу ҙа ашығып китеп барған.
Намыҫ һағышлы күҙҙәрен һауаға текләп, күңелһеҙләнеп тороп ҡалған, ти.
– Әгәр ҙә кәрәк булһаң, һине ҡайҙан табайыҡ һуң? – тип Ел унан һорай икән.
– Эҙләп яфаланмағыҙ, – тигән ул. – Минән ситләшкәндәр бер ваҡытта ла кире юлды таба алмаясаҡ...